Румыния
From Wikipedia, the free encyclopedia
Румы́ния (рум. România, [romɨˈni.a]) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы. Майҙаны 237 500 км2. Конституция буйынса Румыния демократик республикаһы булып һанала. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.
| |||||
Гимн: Румыния гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 9 (21) май 1877 (яулау) 13 июль 1878 (ҡабул итеү) (Ғосман Империяһы иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Румын теле | ||||
Баш ҡала | Бухарест | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Бухарест, Яшь, Констанца | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер министр | Траян Бэсеску Эмиль Бок | ||||
Валюта | Румын лейе | ||||
Интернет-домен | .ro
|
Румыния төньяҡта һәм көнсығышта Украина менән, төньяҡ-көнсығышта Молдова менән, көньяҡта Болгария менән, көнбайышта Сербия һәм Венгрия менән сиктәш. Көньяҡ-көнсығыштан Румыния Ҡара диңгеҙ менән йыуыла.
Территорияһы майҙаны — 238 391 км², халҡы — 19 401 000-ҙән ашыу кеше (2019 йылғы мәғлүмәт) (ошо ике күрһәткестәр буйынса региондың иң эре иле булып иҫәпләнә); халыҡ һаны буйынса донъяла — 62-се һәм территорияһы буйынса 80-се урындарҙы биләй. Ил байтаҡ этномәҙәни төрлөлөлөгө менән айырылып тора; динлеләрҙең күпселеге (яҡынса 87 %) православие динен тота.
42 административ-территориаль берәмеккә бүленә, шуларҙың 41 — жудецтар һәм 1 — муниципий. Баш ҡалаһы — Бухарест. Бухарест жудецҡа тиңләнгән. Дәүләт теле — румын теле.
Румыния — унитар дәүләт һәм президент-парламент республикаһы. Президент вазифаһын — Клаус Йоханнис, премьер-министр вазифаһы Людовик Орбан биләйҙәр. Йылдам үҫешкән иҡтисадлы индустриаль ил. Аҡса берәмеге — румын леяһы (2019 йылдың 10 ғинуарына курсы — 1 АҠШ долларына 4,05 лея, бер йылға (365 көн) яңы румын лейҙарҙа 1 американ долларының хаҡы RON 3,88-ҙән 4,05-ға тиклем +0,19 lei-ға артҡан[1]).).
Румыния 1859 йылда Молдавия һәм Валахия кенәзлектәренең берләшеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Берләштерелгән кенәзлек — артабан яңы Румыния дәүләте 1877 йылдың 21 майында иғлан ителә.
2007 йылдың 1 ғинуарынан — Евросоюз һәм 2004 йылдың 29 мартынан НАТО ағзаһы.