Европа берлеге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Европа берлеге (ЕБ) — 27 Европа дәүләтенең иҡтисади һәм сәйәси берләшмәһе.[6][7][8]
Европа берлеге | |||
Флаг Девизы: Согласие в многообразии Гимн: Ода к радости
| |||
Государства — члены Европейского союза | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Политик үҙәктәр | |||
Етәкселек | |||
— Европа советы — Комиссия — Парламент — Министрҙар советы |
Шарль Мишель | ||
Нигеҙе | |||
— Париж договоры — Рим договоры — Маастрихт договоры |
23 июль 1952 | ||
Географик ҡылыҡһырламаһы | |||
Территория | |||
Халыҡ (2020) — оценка — Халыҡ тығыҙлығы | |||
Эске тулайым продукт (ВВП) (по ППС, 2018) — барлығы — ВВП/кеше | |||
ВВП (номинал, 2018) — всего — ВВП/кеше | |||
Валюта |
евро | ||
Сәғәт бүлкәте — йәйге ваҡыт — дингеҙ аръяғы ерҙәре менән |
UTC от 0 до +2 | ||
Үрге кимәл домены |
.eu | ||
Телефон коды |
см. список | ||
Официаль сайты | |||
http://europa.eu/ |
Европа берлеге 1992 йылда Европа иҡтисади берләшмәһе нигеҙендә Маастрихт килешеүе менән ойошторола, 1993 йылдың 1 ноябрендә үҙ көсөнә инә һәм төбәк интеграцияһына йүнәлтелә[9].
ЕБ — халыҡ-ара ойошма (дәүләт-ара дәүләтселек) һәм дәүләттең билдәләрен берләштергән халыҡ-ара берәмек, әммә юридик яҡтан икелә түгел[10][11].
Союз илдәрендә көсө булған стандартлаштырылған закондар системаһы ярҙамында, кешеләр, тауарҙар һәм булышлыҡтарҙың ирекле хәрәкәтен гарантиялаусы[12], шул иҫәптән илдәр-ағзалар һәм башҡа Европа илдәре ингән Шенген зонаһы сиктәрендә паспорт контролен туҡтатҡан[13] дөйөм баҙар[14] булдырылған.
Халыҡ-ара асыҡ хоҡуҡ субъекты булараҡ, Европа берлеге халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә ҡатнашыу һәм халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөү вәкәләтенә эйә. Берҙәм тышҡы һәм оборона сәйәсәтен уҙғарыуын күҙ уңында тотҡан дөйөм тышҡы хәүефһеҙлек сәйәсәте ойошторолған.[15]
Бөтә донъя буйынса ЕБ-ның даими дипломатик миссиялары ойошторолған, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында, Ҙур Етәүҙә (Большая Семёрка) һәм Егерме ил төркөмөндә (группа Двадцатки) вәкиллектәре эшләй. ЕБ делегациялары ЕБ илселәре менән етәкләнә.
Европа берлегенең институттары булып Европа советы, Европа комиссияһы (хөкүмәт), Европа берлеге советы (рәсми исеме — Совет, Министрҙар Советы), Европа берлеге Суды, Европа иҫәпләү палатаһы, Европа үҙәк банкы һәм Европа парламенты торалар. Европа парламенты ЕБ граждандары менән һәр биш йыл һайын һайлана.
Союз хоҡуҡи суд һәм эске эштәр өлкәһендә закондар сығарыу акттарын (директивтарҙы, закондарҙы һәм ҡарарҙарҙы) ҡабул итә, шулай уҡ сауҙа[16], ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ[17] һәм төбәк үҫеш[18] өлкәһендә дөйөм сәйәсәт эшләй.
450 миллион кеше һаны[2] менән Европа берлеге илдәре 2018 йылда донъяның тулайым эске продуктында тотош ЕБ өлөшө һатып алыу мөмкинлеге паритету буйынса 23 процент самаһы һәм номиналь ЭТП буйынса 19 процент самаһы (16,1 триллион доллар) тәшкил иткән.[3]
Европа берлегенең ун туғыҙ иле берҙәм валюта — евроны әйләнешкә индереләр, ул Европа иҡтисади союзын — еврозонаны булдыра.
2012 йылда Европа берлегенә Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы бирелә[19]. 2017 йылда ЕБ Астурий принцессаһы премияһына лайыҡ була.[20]