Ҡара диңгеҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡара диңгеҙ (рус. Черное море, укр. Чорне море, рум. Marea Neagră, төр. Karadeniz, груз. შავი ზღვა, абх. Амшын/Амшын Еиқәа, бор. грек. Εὔξενος Πόντος, грек. Μαύρη Θάλασσα, лат. Pontоs Euxinus)-- Атлантик океан бассейнындағы эcке диңгеҙ. Босфор боғаҙы аша Мәрмәр диңгеҙе, артабан Дарданелдар боғаҙы аша Эгей һәм Урта диңгеҙ менән тоташа; Керчь боғаҙы аша — Азов диңгеҙе менән тоташа. Төньяҡтан диңгеҙгә Ҡырым ярымутрауы уйылып кергән. Ҡара диңгеҙ аша Европа менән Кесе Азия сиге үтә.
Ҡара диңгеҙ | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Майҙаны | 422 000 км² |
Күләме | 547 000 км³ |
Яр буйы оҙонлоғо | 3400 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 2210 м |
Уртаса тәрәнлек | 1240 м |
Һыу йыйыу майҙаны | более 2 млн км² |
Ҡара диңгеҙ Викимилектә |
Ҡара диңгеҙ Рәсәй, Украина, Румыния, Болгария, Төркиә, Абхазия һәм Грузия илдәренең ярҙарын йыуа.
Ҡара диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа 1150 км-ға, көнсығыштан көнбайышҡа 580 км-ға һуҙылған.
Утрауҙар һаны бик аҙ. Иң ҙуры — Украиналағы Джарылгач утрауы, майҙаны 62 км². Башҡа утрауҙар 1 км²-ҙан да артыҡ түгел.
Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы иң эре йылғалар: Дунай, Днепр, Днестр һәм бәләкәйерәктәре — Мзымта, Псоу, Бзыбь, Риони, Кодори, Эшли-Ирмак, Сакарья, Көньяк Буг йылғалары.
Диңгеҙ порттары булған ҡалалар: