Болгария
Европалағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Болга́рия йәки Болғарстан (болг. България), рәсми исеме Болга́рия Респу́бликаһы (болг. Република България, [rɛˈpublika bɤ̞ɫˈɡarijɐ])) — Европалағы дәүләт. Болгария Балҡан ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан, ярымутрау майҙанының 22 % биләй. Халыҡ - 6 951 482 кеше. (2019 йыл), биләмә - 110 993 саҡрым. Донъяла халыҡ иҫәбе буйынса 103-сө һәм 107-се урынды биләй. Европа союзында территория һәм халыҡ һаны буйынса 11-се һәм 16-сы урындарҙы биләй.
| |||||
Милли девиз: «Съединението прави силата» | |||||
Гимн: Болгария гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 22 сентябрь 1908 (Ғосман Империяһы иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Болгар теле | ||||
Баш ҡала | София | ||||
Иң ҙур ҡалалары | София, Варна, Бургас, Пловдив, Стара-Загора, Русе, Плевен, Добрич, Сливен, Шумен. | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 104 урын 110 993,6 км² 0.3 | ||||
Халыҡ • Барыһы • Тығыҙлыҡ | 98 урын 7 204 687 64.9 кеше/км²
|
Баш ҡала — София. Дәүләт теле — болгар теле. Ил болғары халҡының этнонимы буйынса исемде алған.
Көньяҡта Греция һәм Төркиә, көнбайышта Сербия һәм Төньяҡ Македония, төньяҡта Румыния менән сиктәш. Көнсығыштан Ҡара диңгеҙ менән йыуыла. Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо - 2245 километр, шуның 1181 саҡрымы - ҡоро ер, 686 саҡрымы - йылға яры (уларҙың 470 километры Дунай буйлап үтә) һәм 378 км — Ҡара диңгеҙ буйлап. Географик нөктәләр араһында иң ҙур ара - көнсығыштан көнбайышҡа тиклем 520 саҡрым һәм төньяҡтан төньяҡҡа тиклем 330 километр.
Президент идара иткән Парламент Республикаһы. 2016 йылда Болгарияның президенты итеп биш йылға Румен Радев һайланды. Административ яҡтан ил 265 өлкәгә бүленә. Конституцияға ярашлы, Болгария динһеҙ донъяуи дәүләт. Халыҡтың күпселек өлөшө (78% самаһы) православие динен тота[1].
Үҫешкән ауыл хужалығы булған индустриаль ил. Иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе булып туризм һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе тора. Ил демографик көрсөк кисерә һәм ғүмер оҙайлығы буйынса 73-сө урынды биләй.
ВМФ мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда эске тулайым продукт күләме 159,681 миллиард доллар (бер кешегә 22 700 доллар) тәшкил иткән. Аҡса берәмеге - Болгар левы.[2] Болгария Европа берләшмәһенә инә, ул шулай уҡ Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО-ның ағзаһы.