Фритьоф Нансен
Норвегия поляр тикшереүсеһе, ғалим — зоология докторы, яңы фән — физик океанографияға нигеҙ һалыусы, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, гуманис / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фри́тьоф Ве́дель-Я́рлсберг На́нсен (норв. Fridtjof Wedel-Jarlsberg Nansen; 10 октябрь 1861 йыл — 13 май 1930 йыл) — Норвегия поляр тикшереүсеһе, ғалим — зоология докторы, яңы фән — физик океанографияға нигеҙ һалыусы, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, гуманист, филантроп, 1922 йылғы Нобель премияһы лауреаты, күп илдәрҙең наградаларына лайыҡ булыусы. Географик һәм астрономик объекттар, шул иҫәптән Айҙың төньяҡ кратерындағы ҡотоп Нансен исеме менән аталған.
Фритьоф Нансен норв. Fridtjof Nansen | |||||
Фритьоф Нансен около 1900 года | |||||
Тыуған: |
10 октябрь 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) | ||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
усадьба Стурё-Фрён, близ Христиании, Норвегия | ||||
Вафат: |
13 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (68 йәш) | ||||
Вафат урыны: |
усадьба Пульхёгда, Люсакер, Берум, губерния Акерсхус, Норвегия | ||||
Гражданлығы: |
Шведско-норвежское королевство | ||||
Партия: | |||||
Эшмәкәрлек төрө: |
Ҡалып:Путешественник, Ҡалып:Политик2, океанограф, Ҡалып:Зоолог, спортсмен | ||||
Атаһы: |
Бальдур Фритьоф Нансен | ||||
Әсәһе: |
Аделаида Йоханна Текла Нансен | ||||
Ҡатыны: |
1) Ева Сарс (в 1889—1907) | ||||
Балалары: |
Лив Нансен | ||||
Наградалары: |
| ||||
Автограф | |||||
Фритьоф Нансен Викимилектә |
Йәш сағында спортсы-саңғысы һәм конькиҙа йүгереүсе кеүек билдәле була 27 йәшендә саңғыға тарихта тәүге тапҡыр саңғыла Гренландия утрауының боҙлоҡ ҡатламын киҫеп үткәнен киң публика ҙур спорт ҡаҙанышы тип ҡабул итә. Төньяҡ ҡотопҡа — «Фрам» карабында ойошторолған экспедиция — 1895 йылдың 8 апрелендә төньяҡ киңлектең 86° 13' 36" барып етә. Нансен тәүге тапҡыр һуҡмаҡ һалыу эштәрендә башҡа ҡатнашмаһа ла, уның боҙҙар араһында йөрөү һәм иҫән ҡалыу алымдары һәм ҡулланған ҡорамалдары донъяның бик күп полярсыларына үрнәк булып һаналған; Нансен төрлө илдәр поляр тикшеренеүселәренә даими консультациялар биргән.
Нансен Кристиания университетында зоология өйрәнгән. Берген музейында эшләгән; 1888 йылда яҡлаған докторлыҡ диссертацияһында умыртҡаһыҙҙар үҙәк нервы системаһы төҙөлөшө өлкәһендә тикшеренеүҙәре дөйөмләштерелгән була. 1897 йылдан һуң Нансендың төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары яңы булдырылған фән — океанографияға күскән; тикшеренеүсе Төньяҡ Атлантикаға ойошторолған бер нисә океанографик экспедицияла ҡатнашҡан.
Норвегия патриоты булараҡ, Нансен 1905 йылда Швеция һәм Норвегия унияһын тарҡатыу яғында сығыш яһай,һәм шул осорҙан башлап оҙаҡ йылдар сәйәсәт төп шөғөлөнә әүерелә. 1905—1908 йылдарҙа ул Лондонда Норвегия илсеһе булып хеҙмәт итә, Норвегия ифрат юғары халыҡ-ара статусы раҫланыуына йоғонто яһай.
Нансен ғүмеренең һуңғы ун йыллығы Милләттәр лигаһы менән бәйле. 1921 йылдан алып ул унда ҡасаҡтар мәсьәләләре буйынса юғары комиссары булып эшләй. Уның Европа һәм Совет Рәсәйе араһындағы бәйләнештәрҙе яйға һалыуға, 1921—1922 йылдарҙа Волга буйы асығыусыларына ярҙам итеүгә индергән өлөшө ҙур. 1922 йылда ул Беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендә күсенгән кешеләрҙе репатриациялау һәм натуралаштырыу, ошоға бәйле конфликттарҙы көйләү буйынса эше өсөн Нобель премияһына лайыҡ була. Уның мөһим башланғысы булып, ҡасаҡтарға башҡа илдәрҙә һыйыныу урыны табырға мөмкинлек биргән Нансен паспорты тора. Нансен үлгәндән һуң, уның эшен Нансендың ҡасаҡтар мәсьәләләре буйынса ойошмаһы дауам итә, уның үҙәк офисы 1938 йылда Нансен паспортын таратыу буйынса тырышлыҡтары өсөн Нобель премияһы ала[1].