Зоология
хайуандар донъяһы тураһындағы фән. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Зооло́гия (бор. грек. ζῷον, грекса зоон — хайуандар + λόγος, грекса логос — тәғлимәт) — хайуандар донъяһы тураһындағы фән.
Зоология тармаҡтары |
Акарология • Физик антропология |
Билдәле зоологтар |
Жорж Кювье • Чарльз Дарвин |
Биология тарихы |
Зоология хайуандарҙы, уларҙың күп төрлөлөгөн (систематика), төҙөлөшөн (морфология һәм анатомия), ҡылыҡтарын (этология), тереклек үҙенсәлектәрен (физиология), үрсеүен һәм үҫешен (эмбриология), килеп сығыуын (филогенез), таралыуын (зоогеграфия) һәм тирә-йүндәге мөхит менән бәйләнештәрен (экология), шулай уҡ, хайуандарҙың тәбиғәттәге һәм кеше тормошондағы әһәмиәтен өйрәнә.
Зоология фәне башҡа бик күп биология буйынса фәндәр, медицина, ветеринария, ауыл хужалығы, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һәм хайуандарҙы һаҡлау кеүек өлкәләр бәйле һәм берлектә үҫешә[1][2].