Сиғандар
күп һанлы Европа этник аҙсылыҡтарының береһе, дөйөм һинд сығышлы этник халыҡ ҡатламы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сиғандар — күп һанлы Европа этник аҙсылыҡтарының береһе[16], дөйөм һинд сығышлы этник халыҡ ҡатламы. Этнологтар Елена Марушиакова һәм В. Попов (Болгария) уларҙы МЕГРЭО — төркөм-аралаш этник берәмек тип билдәләй. Был билдәләмә төрлө илдәр халҡының сиған төркөмдәренең мозаик таралып ултырыуы һәм шуға бәйле уларҙың хәҙерге берҙәйлек үҙенсәлектәрен ҡылыҡһырлай.
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
- Цыган бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Цыган (мәғәнәләр).
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 4 373 000 миллионға яҡын кеше Румыния: 621 573 (см. Румыния халҡы) Болгария: 353 мең (см. Болгария халҡы) Рәсәй Федерацияһы: 220 мең (2010 й. йәниҫәп)[5] Албания: 1300-ҙән алып 120 меңгә тиклем[6] Словакия: 65 мең (рәсми рәүештә) Босния һәм Герцеговина: 60 мең[8] Украина: 47 587 (2001 й. йәниҫәп)[9] Молдова: 12 271 (Молдавия халҡының 2004 й. иҫәбен алыу)[10] Беларусь: 7079 (2009 й. Белоруссия халҡының иҫәбен алыу [11]); 17 тыс. (неофициально[12]) Франция: 20 мең. Хорватия: 9463-тән алып 14 меңгә саҡлы (2001 й. йәниҫәп)[13] | |
Тел |
сиған теле, домари теле, ломаврен |
Дин |
христианлыҡ, ислам[15] |
Этник төркөм |
Рус сиғандары |
Башҡа этнонимдар: синти, мануш («кешеләр»), кале («ҡара») ҡулланылһа ла, таралған үҙаталыштары — ром, рома. Сәйәси кимәлдә барлыҡ европа сиғандарының дөйөмләштерелгән атамаһы сифатында рома (ингл. Roms, Romanies) ҡулланыла.
Сиғандар Европаның күп илдәрендә, шулай уҡ Төньяҡ Африкала, Төньяҡ Америка һәм Көньяҡ Америкала һәм Австралияла йәшәй. Европа сиғандарына туғандаш төркөмдәр шулай уҡ Яҡын Кҡөнсығыш илдәрендә лә йәшәй. Ер йөҙөндә йәшәгән сиғандарҙың һаны 4 373 000 кеше. Совет Социалистик Республикалар Союзында (СССР) рәсми сығанаҡтар буйынса 175,3 мең кеше (1970 й. йәниҫәп). Рәсәйҙә, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе буйынса, 220 мең сиған йәшәй.