Латвия
Латвия Респу́бликаһы — Төньяҡ Европалағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ла́твия (латыш. Latvija [ˈlatvija]), рәсми атамаһы — Латвия Респу́бликаһы (латыш. Latvijas Republika), — Төньяҡ Европалағы дәүләт[5]. 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата баһалау мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ 1 893 700 кеше[1] (донъяла 153-сө урын) тәшкил итте. Территория — 64 589 км² (донъяла дәүләттәрҙең һәм бойондороҡһоҙ территорияларҙың исемлеге 122-се урын). Ил оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан — 250 км, көнбайыштан көнсығышҡа 450 км тәшкил итә. Латвия төньяҡта — Эстония, көнсығышта — Рәсәй, көньяҡ-көнсығышта — Белоруссия һәм көньяҡта — Литва менән сиктәш 43 административ-территориаль берәмеккә бүленә, шуларҙың 36-һы — крайҙарға һәм 7-һе — статусы буйынса крайҙарға тиңләштерелгән республика ҡалалары. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт теле — латыш теле.
| |||||
Гимн: «Dievs, Svētī Latviju (Аллаһ, Латвияны данла)»noicon | |||||
Латвия күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел):— Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро)— Европа союзында (асыҡ-йәшел) | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 18 ноябрь 1918 (Рәсәй Империяһынан) | ||||
Рәсми тел | латыш | ||||
Баш ҡала | Рига | ||||
Эре ҡалалар | Рига, Даугавпилс, Лиепая, Елгава, Юрмала | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Эгилс Левитс Krišjānis Kariņš | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 124 64 589 км² 1,5 | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Халыҡ тығыҙлығы | ▼ 1 968 600[1] чел. (148) 34,3 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
46,547 млрд[2] долл. 25 195[2][3] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
32,320 млрд[2]. долл. 16 145[2][3] долл. | ||||
КПҮИ (2015) | ▲ 0,819[4] (бик юғары) (46 урын) | ||||
Этнохороним | латвиялылар | ||||
Валюта | Латвия латы, Ls, (LVL 428) | ||||
Интернет-домены | .lv, .eu | ||||
Код ISO | LV | ||||
МОК коды | LAT | ||||
Телефон коды | +371 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 2 |
Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59 %), урыҫтар (27 %), белорустар (3,6 %) һ. б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар.
Унитар дәүләт, парламент республикаһы. Дәүләт башлығы — президент. Латвия президенты — Эгилс Левитс[6] (2919 йылдың 8 июленән), премьер-министр (вазифаның рәсми атамаһы — Латвия министрҙары президенты) — Кришьянис Кариньш (2019 йылдың 23 ғинуарынан).
Иҡтисад логистикаға, банк хеҙмәтләндереүенә, туризмға, аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә йүнәлтелгән[7]. 2018 йылда һатып алыу һәләте паритеты буйынса эске тулайым продукт күләме 57,84 миллиард доллар (эске тулайым продукт ППС) — 29 901 $ һәм йән башына эске тулайым продукт ВВП (номинал) 18 031 $ тәшкил иткән[8]. Аҡса берәмеге — евро.
Илдең Балтик герцоглығынан бойондороҡһоҙлоғо 1918 йылдың 18 ноябрендә иғлан ителгән. 1940 йылдың 5 авгусынан 1990 йылдың 4 майына тиклем СССР составына союздаш республикаларҙың береһе булараҡ ингән.
1991 йылдан — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, 2004 йылдан — Европа союзы, 2004 йылдан НАТО (Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы илдәре килешеүе), 2016 йылдың июненән — Иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ОЭСР) ағзаһы. Шенген зонаһына һәм Еврозонаға инә.