Гильберт проблемалары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ги́льберт проблемалары — Давид Гильберт тарафынан 1900 йылда Парижда математиктарҙың II Халыҡ-ара Конгрессында тәҡдим иткән математиканың 23 кардиналь проблемалары исемлеге. Ул ваҡытта был (математиканың нигеҙен тәшкил итеүсе, алгебраны, һандар теорияһын, геометрияны, топологияны, алгебраик геометрияны, Ли төркөмдәрен, ысын һәм комплекслы анализды, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе, математик физиканы һәм ихтималлыҡ теорияһын, шулай уҡ вариацион иҫәпләмәне үҙ эсенә алған) проблемалар хәл ителмәгән була.
Гильберт проблемалары | |
Кем хөрмәтенә аталған | Давид Гильберт |
---|---|
Автор | Давид Гильберт |
Нәшер ителеү ваҡыты | 8 август 1900 |
Тасуирлау биттәре | treccani.it/enciclopedia… |
Баҫылған | Математические проблемы[d] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Гильберт проблемалары Викимилектә |
Әлеге ваҡытта 23 проблеманың 16-һы хәл ителгән. Тағы ла 2-һе корректлы математик проблема түгел (береһе бик аңлайышһыҙ итеп әйтеп бирелгән, хәл ителгәнме әллә юҡмы икәне аңлашылмай, икенсеһе, хәл итеүҙән йыраҡ торғаны, — физик проблема, ә математик түгел). Ҡалған 5 проблеманың икәүһе бер нисек тә хәл ителмәгән, ә өсәүһе айырым осраҡтар өсөн генә хәл ителгән. Гильберт исемлеген иғлан иткәндән һуң теүәл йөҙ йыл үткәс, Америка математигы Стивен Смейл хәҙерге хәл ителмәгән проблемаларҙың яңы исемлеген тәҡдим итте (уларҙың ҡайһы берҙәре хәҙер хәл ителгән инде). Үҙенең исемлеген Клэйҙың математика институты халыҡҡа иғлан итте.