Топология
Математиканың ҡайһы бер арауыҡтарҙың өҙлөкһөҙлөкһөҙ күренешен һәм үҙенсәлектәрен өйрәнгән бүлеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тополо́гия (бор. грек. τόπος — урын һәм λόγος — һүҙ, ғилем һүҙҙәренән) — математиканың:
- иң дөйөм рәүештә — өҙлөкһөҙлөк күренешен;
- айырым осраҡта — арауыҡтың өҙлөкһөҙ деформация ваҡытында үҙгәрешһеҙ ҡалған үҙсәнлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Мәҫәлән, бәйләнешлелек, йүнәлеш алыусанлыҡ, компактлыҡ.
Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Вики-проект ...
Топология | |
Өйрәнеү объекты | топологик арауыҡ[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
CIP коды | 27.0105 |
Топология Викимилектә |
Ябырға
Геометриянан айырмалы рәүештә, топологияла объекттарҙың метрик үҙсәнлектәре (мәҫәлән, нөктәләр пары араһындағы алыҫлыҡ) ҡаралмай. Мәҫәлән, топология ҡарашынан сығып, көрөшкә һәм бублик (тулы торий) — айырылғыһыҙ.
Топология өсөн гомеоморфизм һәм гомотопия төшөнсәләре (ябайыраҡ: өҙөлмәй һәм йәбештермәйенсә барған деформациялар типтары) бик мөһим төшөнсәләр булып торалар.