Математика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Математика (бор. грек. μᾰθημᾰτικά[1] < μάθημα «өйрәнеү; фән») — һандар, структуралар, арауыҡтар һәм әүерелдереүҙәрҙе өйрәнгән фән. Тәүге осорҙа математика иҫәп, иҫәпләү, үлсәү өсөн, шулай уҡ дедуктив фекерләү һәм абстракциялар ярҙамында физик объекттарҙың формаларын һәм хәрәкәттәрен өйрәнеү өсөн ҡулланылған.
Математика формаль аралашыу телен тәҡдим итә, ул математика белеменең асылын уңышлы төшөндөрөү өсөн файҙаланыла. Шуға күрә математика — тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеү өсөн, проектлау һәм иҡтисад өсөн мөһим һәм кәрәкле сара булып тора.