Геометрия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Геоме́трия (бор. грек. γῆ — ер һәм μετρέω үлсәйем) — математика фәненең бер бүлеге, формаларҙы һәм ғөмөмиләштереүҙәрҙе өйрәнә. Геометрия математиканың башҡа бүлектәре менән тығыҙ бәйләнгән, шуға күрә уның сиктәре теүәл билдәләнмәгән.
Геометрия — иң элекке фәндәрҙең береһе, килеп сыгышы бик борондан килә, беҙҙең эраға тиклем үк барып етә. Геометрия һүҙе грек теленән тәржемә иткәндә «ер үлсәү» («гео»-ер, ә «метрео»-үлсәү) тигәнде аңлата. Бындай исемдең килеп сығышы ошолай аңлатыла: беренсе геометрия үҫеше төрлө үлсәү эштәре менән башлана, ер үлсәүҙәр, юлдар һалыу һәм төҙәлөш ваҡытында үлсәүһеҙ эшләүе бик ҡыйын, ә был фән менән был мәсьәләләр тиҙ сиселгән.