Алгебра
From Wikipedia, the free encyclopedia
А́лгебра («аль-джабр» ғәрәп һүҙенән, «тулыландырыу», «бәйләнеш», «йомғаҡлау» аңлата[1]) — математиканың бүлеге, уны арифметиканы дөйөмләштереү һәм киңәйтеү тип атап була.
«Алгебра» һүҙе шулай уҡ төрлө алгебраик системалар атамаларында ҡулланыла. А́лгебра математика фәненең бер бүлеге, һанлы системаларҙың дөйөм үҙсәнлектәрен, хәреф тамғалары ҡулланып төҙөлгән тигеҙләмәләр ярҙамында мәсьәләләр сисеүҙең дөйөм ысулдарын өйрәнә. Баштарак хәрефле аңлатмалар, хәрефтәрҙән торған формулаларҙы үҙгәртеү гилеме булараҡ үҫкән. XVII быуат ахыры — XIX быуат баштарында алгебра, беренсе сиратта, тигеҙләмәләр тураһындағы фән булып формалаша. Хәҙерге заман алгебраһы үҙсәнлектәре рациональ һандарҙы ҡушыу һәм ҡабатлау ғәмәлдәренә аҙмы-күпме дәрәжәлә оҡшаған төрлө тәбиғәтле объекттар системаһын өйрәнә[2]. Ундай ғәмәлдәр — алгебраик ғәмәлдәр тип, улар буйһына торған закондар аксиомалар тип атала. Ҡағиҙә булараҡ, аксиомалар геометрия, математик анализ, физика, алгебраның уҙ мәсьәләләрен сискәндә барлыҡҡа килә. Ул алгебраик ғәмәлдәре билдәләнгән системаларҙы үҙсәнлектәренә ҡарап классификациялай һәм шул системаларҙа тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килгән төрлө мәсьәләләрҙе өйрәнә.