Бензилпенициллин
6-аминопенициллан кислотаһының N-фенилацетамиды. Үңәҙ бәшмәге пенициллдан (лат. Penicillium: лат. Penicillium chrysogenum, лат. Penicillium notatum һәм башҡа бәшмәктә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бензилпенициллин (G пеницилинды (PCN G) йәки ябайыраҡ әйткәндә, пеницилинды (PCN)) — 6-аминопенициллан кислотаһының N-фенилацетамиды. Үңәҙ бәшмәге пенициллдан (лат. Penicillium: лат. Penicillium chrysogenum, лат. Penicillium notatum һәм башҡа бәшмәктәр ырыуынан) алынған антибиотик. Йәшәү эшмәкәрлеге барышында бәшмәктәр пенициллиндың төрлө формаларын: фармакологик планда иң әүҙеме бензилпенициллин һәм, тәүгеһенән айырылмалы рәүештә, бензиль төркөмө урынына башҡа радикалдар туплаған пенициллиндың башҡа төрҙәрен синтезлай. Шулай итеп, молекуляр структураһы буйынса, пенициллин — уның үҙенән төрлө (натрий, калий, новокаин һәм башҡа) тоҙҙар[16] алынған кислота. Пенициллинлы антибиотиктар ғаиләһе үҙ эсенә бензилпенициллинды (пенициллин G), феноксиметилпенициллин (пенициллин V) һәм башҡаларҙы[17][18] ала.
Күп кенә ауыр сирҙәргә, мәҫәлән, сифилис, шулай уҡ инфекция тыуҙырыусы стафилококтар һәм стрептококктар килтереп сығарған инфекцияларға ҡаршы беренсе һөҙөмтәле дарыу булып торғаны өсөн пенициллинлы антибиотиктар мөһим тарихи әһәмиәткә эйә. Пенициллин һәйбәт өйрәнелгән, ләкин әлеге ваҡытта күпселек бактериялар β-лактамлы антибиотиктарға ҡарата тотороҡло. Хәйер, мәҫәлән, аҡһыл трепонема пенициллинға ҡаршы етерлек тотороҡлоҡҡа эйә түгел.
Башҡа β-лактамар кеүек, пенициллиндар бактерияларҙың, шул иҫәптән цианобактерияларҙың үрсеүенә ҡамасаулап ҡына ҡалмайҙар, шулай уҡ мүк хлоропластарыныңбүленеүенә ҡамасаулай. Әммә һуңғылары пенициллинға сәп — пептидогликанов күҙәнәк көбө булмағанлыҡтан, юғары көпшәле үҫемлектәре[19]пластидаларының бүленеүенә йоғонто яһамай.