Молекула
From Wikipedia, the free encyclopedia
Молекула (яңы лат. molecula, баш ялғана лат. moles — масса) — атомдарҙың ковалентлы бәйләнешенән барлыҡҡа килгән электрлы нейтраль киҫәксә. [1][2][3][4][5][6]Шулай уҡ физикала бер атомлы молекулаларҙы ла молекулаға индерәләр. Улар ирекле (химик бәйләнешһеҙ) атомдар (мәҫәлән, инерт газдарҙың, терегөмөштөң һәм башҡаларҙың). Бер атомлы молекулаларҙы молекулаларға индереү «молекула» һәм «атом» тигән төшөнсә бирә.[7] Ғәҙәттә, молекулалар нейтраль тип күҙаллана (электр заряды йөрөтмәй) һәм парһыҙ электрондар ҙә йөрөтмәй (бар валентлылыҡтар менән тығыҙ) зарядлы молекулаларҙы иондар тип йөрөтәләр. Мултисырмаулы молекулаларҙы (электрондар менән йоплашмаған һәм валентлылҡтар менән тығыҙ) — радикалдар тиҙәр.
Юғары молекуляр массалы күп молекуляр фрагменттарҙан торған молекулаларҙы макромолекулалар тип атала.[8].
Квант механикаһы[9] күҙлегенән ҡарағанда, молекула — атомдар системаһы түгел, ә үҙ-ара тәьҫир итешкән электрондар һәм атом ядролары системаһы.
Молекулалар төҙөлөшө үҙенсәлектәре был молекулаларҙан торған матдәнең физик үҙенсәлектәрен билдәләй.
Молекуляр төҙөлөшөн ҡаты хәлдә һаҡлаусы матдәләргә, мәҫәлән, һыу, углерод оксиды (IV), бик күп органик матдәләр инә. Уларға түбән иреү һәм ҡайнау нөктәләре булыуы хас. Күпселек ҡаты (кристалл) органик булмаған матдәләр молекулаларҙан түгел, ә башҡа киҫәксәләрҙән (иондарҙан, атомдарҙан) тора һәм макроесемдәр (натрий хлориды кристалы, баҡыр киҫәге һ.б.) барлыҡҡа килтерәләр.
Ҡатмарлы матдәләрҙең молекулалары составы химик формулалар ярҙамында яҙыла.