Бактериялар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бактериялар — 3 млрд cамаһы йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо организмдар.
Бактериялар | ||||||||||
Эсәк таяҡсаһы (Escherichia coli) | ||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||||
Bacteria | ||||||||||
|
Архейҙар кеүек, улар ҙа прокариоттар булып торалар. Йәғни, күҙәнәктәрендә ядроһы һәм мембраналы органоидтары булмай. Нәҫел материалы (нуклеоид) цитоплазмала ята.
Күпселек бер күҙәнәклеләр. Әммә күп күҙәнәктәр тоташып колониялар барлыҡҡа килтергән осраҡтар бар (цианобактериялар).
Бактерияләр микроскопик кескенә, ләкин уларҙың тупланмаларын (колонияларын) микроскопһыҙ ҙа күреп була.
Күҙәнәктәренең формаһы һәм үҙенсәлектәре буйенса ысын бактериялар бер нисә төркөмгә бүленә:
- шар формаһындағы кокктар;
- пар-пар булып бер-берһенә яҡынайған коктарҙан торған диплококтар;
- сылбыр рәүешендә теҙелгән коктарҙан торған стрептококтар;
- тығыҙ каптар рәүешендә тупланған коктарҙан торған сарциналар;
- коктарҙың виноград тәлгәше рәүешендәге тупланмаһы — стафилококтар;
- озонса бактериялар — бациллалар, йәки таяҡсалар;
- йәйә (өтөр) һымаҡ бөгөлгән бактериялар — вибриондар;
- спираль(тулҡын) һымаҡ бөгөлгән оҙонса бактериялар — спириллалар һ. б.
Бактериаль күҙәнәк тышсаһында ғәҙәттә төрлө ҡамсылар һәм төктәр күренә. Былар — хәрәкәт органоидтары. Улар ярҙамында бактериялар шыуышып хәрәкәтләнә.
Төҙөлөшө менән улар үҫемлектәр йәки хайуандарҙың ҡамсыларынан һәм төксәләренән айырылып тора. Ҡайһы бер бактериялар «реактив» ысул менән лайла аттырып хәрәкәтләнә.
Прокариоттарҙың күҙәнәк стенкаһы бик үҙенсәлекле төҙөлгән. Уның составында эукариоттарҙа, йәғни күҙәнәктәрендә формалашҡан ядроһы булған организмдарда (мәҫәлән, үҫемлектәрҙә һәм хайуандарҙа) осрамай торған ҡушылмалар була.
Ғәҙәттә улар шаҡтай ныҡ. Уның нигеҙен целлюлозаға, йәки клетчаткаға яҡын матдә — муреин тәшкил итә. (Клетчатка — үҫемлек күҙәнәге стенкаһын төзөүсе ҡатмарлы углевод).
Күп бактерияларҙең күҙәнәк тышсаһы лайла менән ҡапланған. Цитоплазма үҙен күҙәнәк стенкаһынан айырып тороусы мембрана менән сикләнгән.
Цитоплазмала мембрана менән сикләнгән органоидтар (митохондриялар, пластидлар һ. б.) бөтөнләй юҡ. Уларҙың функцияһын тышҡы цитоплазматик мембрана сығынтылары үтәй.
Акһым синтезы эукариоттарҙыҡынанан күпкә кесерәк рибосомаларҙа бара. Тереклек эшсәнлеген тәьмин итеүсе барлыҡ ферменттар цитоплазмаға таралған йәки цитоплазматик мембрананың эске өслөгенә береккән.