Антибиотиктар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Антибио́тик (бор. грек. ἀντί — ҡаршы + βίος — йәшәү, тормош) — прокариоттар йәки иң ябай төҙөлөшлөләрҙең үрсеүен туҡтата торған тәбиғи йәки ярым синтетик матдәләр; ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы үлтереүгә һәләтле биологик сығышлы матдәләр[1]; хайуан, үҫемлек һәм микробтарҙа барлыҡҡа килеп, микробтар һәм ҡайһы бер шеш күҙәнәктәренең үҫешен туҡтатыу сифатына эйә булған матдәләр, мәҫ., пеницилин, стрептоцимин, тетерациклин һ.б.[2]; микроорганизмдар тарафынан эшләнгән һәм ҡайһы бер бактерияларҙы, микробтарҙы үлтереүгә, шеш күҙәнәктәре үҫешен туҡтатыуға һәләтле матдәләр[3].
ГОСТ 21507-81 (СТ СЭВ 1740-79) буйынса:
|
Тәбиғи антибиотиктар актиномицет бактерияларҙа барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер антибиотиктар бактериялар үҫешен әүҙем туҡтаталар, шул уҡ ваҡытта макроорганизмға әҙерәк йәки бөтөнләй зыян килтермәйҙәр. Был антибиотиктар дарыу итеп ҡуланыла. Ҡайһы бер антибиотиктар яман шеште дауалағанда цитостатик (яман шешкә ҡаршы дарыуҙар) сифатында ҡулланыла. Антибиотиктар вирустарға тәъҫир итмәй, шуға күрә грипп, А, В, С гепатитs, һыу сәсәге (ветреная оспа), герпес, ҡыҙамыҡ (краснуха), ҡыҙылса (корь) кеүек сирҙәрҙе дауалағанда файҙаһыҙ.