Һандар теорияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һандар теорияһы, йәки юғары арифметика, — математиканың, беренсе башлап бөтөн һандарҙың үҙсәнлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Хәҙерге һандар теорияһында һандарҙың башҡа төрҙәре лә ҡарала — мәҫәлән, алгебраик һәм транцендент һандар, шулай уҡ бөтөн һандар арифметикаһы һәм уларҙың дөйөмләштерелеүе менән бәйле төрлө сығышлы функциялар.
Һандар теорияһы буйынса тикшеренеүҙәрҙә, арифметика һәм алгебра менән бер рәттән, геометрик һәм аналитик, шулай уҡ ихтималлыҡ теорияһы ысулдары ҡулланыла[1]. Һандар теорияһы ысулдары криптографияла, иҫәпләү математикаһында, информатикала киң ҡулланыла.