ЮНЕСКО
Халыҡ ара ойошма / From Wikipedia, the free encyclopedia
ЮНЕСКО (UNESCO — United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization) — мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы учреждениеһы.
Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization | |
| |
Штаб-квартира | |
---|---|
Ойошма төрө |
Халыҡ-ара ойошма |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Генераль директор |
Франция Audrey Azoulay |
Башҡарма совет рәйесе |
Ҡалып:Флаг Барбадоса Алиссандра Камминс |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты |
1945 йылдың 16 ноябре |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
ЮНЕСКО Викимилектә | |
ЮНЕСКО-ның маҡсаты — милләт-ара, дин-ара һәм цивилизация-ара берҙәмлекте формалаштырыу, мәғариф, фән һәм коммуникациялар өлкәләрендә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, кешелек цивилизацияһының мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек; Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставында иғлан ителгән кеше хоҡуҡтарын яҡлау[1][2].
1945 йылдың 16 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Сан-Францисколағы конференцияһында АҠШ, Англия һәм СССР араһында мәғрифәтселек һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса халыҡ-ара махсуслаштырылған учреждение булдырыу хаҡында килешеү төҙөлә. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң, БМО һәм ЮНЕСКО тыныслыҡты һаҡлау идеяһын тәҡдим итә.
Хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара ойошма составында 193 ағза-дәүләт һәм 7 хеҙмәткәр-ағза иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның штаб-фатиры Парижда урынлашҡан. Генераль директоры — Ирина Бокова (Болгария), башҡарма советы рәйесе — Э. В. Митрофанова (Рәсәй), Парижда Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиле.