Мәҙәниәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәҙәниәт — (үҫтереү, һуңғараҡ — тәрбиәләү, белем биреү ҡылымдарынан) кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә бик ҙур мәғәнәгә эйә булған төшөнсә. Мәҙәниәт философия, культурология, тарих, сәнғәтте өйрәнеү, лингвистика, этнолоингвистика, политология, психология, иҡтисад, педагогика фәндәрендә өйрәнелә.
Мәҙәниәт төшөнсәһенә кеше эшмәкәрлеге — уның сағылышы, үҙ-үҙен танытыуы, оҫталығы, таҫыллығы инә. Шулай уҡ кешенең характер, компететлыҡ, оҫталыҡ, һәләт, белем объективлығы һәм субъективлығында ла мәҙәниәт күренә. Мәҙәниәт — кеше эшмәкәрлеге йыйылмаһының нығынған формалары, унһыҙ ул йәшәй алмай.
Мәҙәниәт — кешегә хас борсолоу, фекерҙәр менән билдәле бер ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса кодтар йыйылмаһы, шуның менән идара итеү тәьҫире яһау. Мәҙәниәттең килеп сығыу сығанағы булып, кеше эшмәкәрлеге, ижад, үҙ-үҙеңде танытыу тора. Мәҙәниәттең төрлө билдәләмәләре.
Донъяла мәҙәниәттең фәлсәфәүи, фәнни билдәләмәһе күп булыуы был төшөнсәгә мәҙәниәт предметы һәм объектына бәхәсһеҙ билдә кеүек һылтанырға ирек бирмәй һәм аныҡ, тар итеп конкретлауҙы талап итә. Мәҙәниәт дөйөм кешелек һәм рухи ҡиммәттәрҙе тормошҡа ашырыу сығанағы.