Фәлсәфә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фәлсәфә (ғәр. فلسفة), шулай уҡ филосо́фия (бор. грек. φιλοσοφία «аҡыллылыҡты һөйөү») — бар донъяны һәм кешенең йәшәйешен өйрәнеүсе һәм аңларға ынтылыусы фән; йәшәйештең иң мөһим һыҙаттарын, ысынбарлыҡты танып белеүҙең төп принциптарын, кеше тормошоноң маҡсатын, кеше менән донъя араһында булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе тәғлимәт.
Башҡа фәндәрҙән айырмалы рәүештә, фәлсәфә ниндәй ҙә булһа бер тәғәйен өлкәне генә өйрәнеү йәки аныҡ тикшеренеү ысулдарынан файҙаланыу менән сикләнмәй; киреһенсә, ул башҡа бар фәндәрҙең өйрәнгән мәсьәләләрен һәм үҙенсәлекле тикшеренеү ысулдарын дөйөмләштерә һәм ул фәндәргә теоретик нигеҙ бирергә ынтыла.
Фундаменталь һорауҙырҙы өйрәнеүҙең башҡа ысулдарынан, әйтеп үткәндә мистицизм, миф һәм сәнғәттән айырмалы рәүештә, фәлсәфә һынаусан (тәңкитсел), даими (системалы) һәм аңға таянған фекер йөрөтөүгә нигеҙләнә.