Сәнғәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәнғәт ( церк.-слав. искусство (лат. experimentum — тәжрибә, ҡулланып ҡарау); иск.-слав. искоусъ— тәжрибә, һирәгерәк вәсвәсә[1][2]) — ысынбарлыҡты образлы аңлап ҡабул итеү; үҙеңдең эске һәм тышҡы донъяға ҡарашыңды художестволы образда сағылдырыу нәтижәһе йәки барышы[3] ; авторҙы ғына түгел, башҡа кешеләрҙе лә ҡыҙыҡһындырыуға йүнәлтелгән ижад[4].
Сәнғәт (фән менән бер рәттән) — Тәбиғи фәндәр ҙәге һәм шулай уҡ донъяны Дини сүрәттә ҡабул итеү кеүек, донъяны танып-белеү ысулдарының береһе. Төрки телдәрҙә «тәбиғәт»- матди донъя, «сәнғәт»- «оҫта кеше эшләгән, ғәмәли оҫта эшмәкәрлек» тигән мәғәнәлә ҡулланылған.
Сәнғәт төшөнсәһе бик киң — ул ниндәйҙер бер айырым өлкәлә үтә ныҡ үҫешкән оҫталыҡта күренергә мөмкин. Оҙаҡ йылдар дауамында сәнғәт тип кешенең матурлыҡты һөйөүен ҡәнәғәтләндереүсе мәҙәни эшмәкәрлек төрө атап йөрөтөлдө. Социаль-эстетик нормалар һәм баһалауҙар эволюцияһы менән бергә донъяны эстетик йәһәттән сағылдырыусы формалар тыуҙырыуға йүнәлтелгән һәр төрлө эшмәкәрлек тә сәнғәт тип аталыу хоҡуғын ала[5][6].
Бөтә йәмғиәт киңлегендә, сәнғәт - танып белеү һәм ысынбарлыҡты сағылдырыуҙың айырым бер ысулы, йәмғиәти аңдың художестволы эшмәкәрлеге формаһының береһе һәм кешенең, шулай уҡ барлыҡ кешелектең рухи мәҙәниәтенең бер өлөшө, бөтә быуындарҙың ижади эшмәкәрлегенең күп ҡырлы һөҙөмтәһе ул. Фәндә төп ижади, художестволы эшмәкәрлекте лә, шулай уҡ уның һөҙөмтәһе булған нәфис әҫәрҙе лә сәнғәт тип атайҙар.