Реформация
From Wikipedia, the free encyclopedia
Реформа́ция (лат. reformatio — төҙәтеү, үҙгәртеү, реформалау) — Көнбайыш һәм Үҙәк Европала XVI—XVII быуат башында булған киң дини һәм ижтимағи-сәйәси хәрәкәт. Ул католик христианлығын Тәүратҡа ярашлы реформалау.
Реформация | |
Башланыу датаһы | 31 октябрь 1517[1] |
---|---|
Тамамланыу датаһы | 1648[2][1] |
Реформация Викимилектә |
Уның башы тип Виттенберг университетында дин буйынса доктор Мартин Лютер Кингтың сығышы һанала: 1517 йылдың 31 октябрендә ул Виттенберг ҡәлғә сиркәүенең ишегенә үҙенең «95 тезисын» ҡаҙап ҡуя, унда Лютер католик сиркәүенең енәйәттәренә, атап әйткәндә, индульгенциялар һатыуға ҡаршы сыҡҡан[прим. 1]. Реформацияның ахыры тип тарихсылар Вестфаль тыныслығына ҡул ҡуйылған 1648 йылды тип иҫәпләйҙәр, был килешеү һөҙөмтәләре буйынса дини факторҙар Европа сәйәсәтендә мөһим роль уйнауын тамамланыуына килтерә.
Реформацияның төп сәбәбе булып яңы барлыҡҡа килгән капиталистик етештереү ысулын үҙ иткәндәр менән шул осорҙа әле хакимлыҡ иткән феодаль ҡоролошто яҡлаусылар араһында көрәш булып тора. Һуңғыларҙың идеологик ҡанундарын һаҡлау менән католик сиркәүе шөғөлләнгән. Яңы тыуып килгән буржуазия ҡатламының мәнфәғәттәре һәм өмөттәре протестант сиркәүҙәрен, милли дәүләттәрҙе нигеҙләүҙә сағыла.
Протестантизм бөтә Европа буйынса тарала: Мартин Лютерҙың эйәреүселәре — лютеранлыҡ, Жан Кальвиндың — кальвинизм, Ульриха Цвингли — цвинглианлыҡ, тағы ла «цвиккау пәйғәмбәрҙәре» (анабаптизм), англиканлыҡ.
Католик сиркәүе һәм иезуиттар менән Реформацияға ҡаршы ҡабул ителгән саралар комплексы Контрреформация исеме аҫтында билдәле.