Капитализм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Капитали́зм — етештереү һәм бүлеүҙең хосуси милеккә, эшҡыуарлыҡтың бар яҡлап юридик тигеҙлегенә һәм иркенә нигеҙләнгән иҡтисади система. Капиталды арттырыуға һәм табыш алыуға ынтылыш иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн төп критерий булып тора[1][2].
Капитализм — иҡтисади абстракция (йәғни конкрет булмаған төшөнсә: предметты уның үҙенсәлектәренән йәки бәйләнештәренән айырып күрһәтеү). Капитализм төшөнсәһендә иҡтисадтың бары тик билдәле бер осрона хас үҙенсәлектәр генә сағылыш тапҡан, әҙ әһәмиәтлеләре бөтөнләй иҫәпкә алынмаған[3][4][5][6]. Конкрет илдәрҙең реаль иҡтисады бер ваҡытта ла бары тик хосуси милеккә генә нигеҙләнмәй һәм эшҡыуарлыҡҡа тулы ирек бирмәй. Унда һәр саҡ теге йәки был дәрәжәлә капитализмға хас булмаған үҙенсәлектәр осрай — юғары ҡатламдың (сословиеның) өҫтөнлөктәре (привилегии — айырым хоҡуҡтары); мөлкәткә эйә булыуҙа, шул иҫәптән күсемһеҙ милектең йә ер бүлеменең ҙурлығы буйынса сикләүҙәр; таможня тотҡарлыҡтары; көнәркәшлек (конкурентлыҡ) көрәше һ.б. Уларҙың ҡайһылары алдағы дәүерҙәрҙең мираҫы булһа, бер өлөшө — капитализмдың үҙенең үҫеш һөҙөмтәһе.