Милләтселек
From Wikipedia, the free encyclopedia
Милләтселек (франц. nationalisme) — сәйәсәттең идеологияһы һәм йүнәлеше. Уның нигеҙ принцибында «милләт — йәмғиәт берлегенең иң юғары формаһы, дәүләтте барлыҡҡа килтереү процесында милләт ҡиммәте беренсел» тигән тезистар ята. Сәйәси хәрәкәт булараҡ, милләтселек дәүләт власы менән мөнәсәбәттәрҙә айырым милли берлек мәнфәғәттәрен яҡларға ынтыла.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Милләтселек нигеҙен үҙ милләтеңә тоғролоҡ, сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ, халҡың именлеге хаҡына хеҙмәт, мәҙәни һәм рухи үҫеш, милләтеңдең тормош шарттарын, уның йәшәү территорияһын, иҡтисади ресурстарын һәм рухи ҡиммәттәрен ғәмәлдә һаҡлау өсөн милли үҙаңды берләштереү тәшкил итә[1]. Ул илһөйәрлеккә — патриотизмға тиң булған милли тойғо менән һуғарылған. Был идеология йәмғиәттең ҡапма-ҡаршы мәнфәғәтле синфи ҡатламдарын берләштерергә тырыша. Капиталистик иҡтисадҡа күсеү осоронда ул халыҡты уртаҡ сәйәси маҡсат тирәһендә туплау һәләтен күрһәтте.
Хәҙерге радикаль хәрәкәттәр үҙҙәренең миллилеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға тырышһа ла, милләтселек бик йыш этник, мәҙәни һәм дини түҙмәүсәнлек (йәки «башҡа» этник төркөмдәргә теләһә ниндәй кире мөнәсәбәт) менән ассоциациялана. Бындай түҙмәүсәнлек милләтселектә уртасылыҡта тороусылар тарафынан ғәйепләнә.
Киң мәғлүмәт саралары «милләтселек» тип йыш ҡына этномилләтселекте, бигерәк тә уның (шовинизм, ксенофобия һ. б.) кеүек, бер милләттең башҡаларынан өҫтөн булыуына[2] баҫым яһаған киҫкен формаларын атай. Киҫкен этномилләтселектең күпселек сағылышы, милләт-ара ыҙғыш һәм этник дискриминацияны ла индереп, халыҡ-ара хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарай.