Катар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡа́тар, Ҡатар дәүләте (ғәр. دولة قطر Дәүләт Ҡа́тар) — Яҡын Көнсығышта Ғәрәбстан ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан дәүләт (әмирлек). Көньяҡтан Сәғүд Ғәрәбстаны менән сиктәш, башҡа яҡтан Фарсы ҡултығы һыуҙары менән йыуыла.
| |||||
Гимн: «As Salam al Amiri» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 3 сентябрь 1971 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Доһа | ||||
Идара итеү төрө | Абсолют монархия | ||||
Эмир
Премьер-министр | Хамад бин Халифа аль-Тани
Хамад бин Джабер аль-Тани | ||||
Дәүләт дине | ислам (сөнниҙәр) | ||||
Территория • Бөтәһе | 158 11 586 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 1 699 435[1] чел. (147) 146,7 чел./км² | ||||
КПҮИ (2011) | ▲ 0,831 (37 урын) | ||||
Валюта | катар риалы (QAR) | ||||
Интернет-домен | .qa | ||||
Код ISO | QA | ||||
МОК коды | QAT | ||||
Телефон коды | +974 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 3 |
Төньяк-көнбайышта Бахрейн утрауҙары, көньяҡ-көнсығышта – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән диңгеҙ сиге бар. Баш ҡалаһы — Доһа ҡалаһы.
Ҡатар – донъялағы иң бай илдәрҙең береһе, Халыҡ-ара валюта фонды тикшереүҙәре буйынса эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса был ил лидерҙар рәтендә.
Ҡатар — тәбиғи газ запасы буйынса 3-сө, тәбиғи газ эспортлау буйынса 6-сы урында, щулай уҡ нефть һәм нефть продукттарын экспорлау буйынса 21-се урында тора. Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһына инә.