Әмирлек
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әмирлек (ғәр. أمیر — бойороусо, юлбашсы) — ислам дәүләтендә идара итеү формаһы. «Әмирлек» һүҙе әмир етәкселек иткән Хәлифәт, Солтанлыҡ, Имамлыҡ төшөнсәләре менән берҙәй. Әмирлек — нәҫелдән күсеүсе монархия түгел. Тәүҙә әмирҙәрҙә ислам общинаһы (умма) һайлаған. Әмирлек өсөн мосолмандарҙың йәшәү ҡануны — шәриғәтте тормошҡа ашырыу мөһим шарт булып тора. Ваҡыт үтеү менән әмирлектәр үҙгәрә, хәҙерге ваҡытта әмилектәр короллектәргә оҡшаған. Бөгөнгө донъяла әмирлектәр күп ҡалмаған, Яҡын Көнсығышта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре тигән конфедерацияға ингән илдәр һәм үҙалла дәүләттәр Катар һәм Кувейт. 1996 йылдан 2001 йылға тиклем Ислам идара итеү формаһы Афғанстан Ислам Әмирлеге исемле әмирлек Афғанстанда була. 2007 йылда ислам ҡаршылыҡ күрһәтеү көстәре Төньяҡ һәм Көньяҡ Вәзирстанда әмирлек иғлан иткәс Доку Умаров Төньяҡ Кавказдың әмире тип, Ичкерия Чечен Республикаһы исеме бөтөрөлдө тип иғлан ителә. 2011 йылда Йәмәндә хөкүмәткә ҡаршы сығыштар башланғас, «АӘл-Ҡағиҙә» мөжәһидтәре Ғәрәп ярымутрауында әмирлек иғлан итә. Шулай уҡ "Әш-Шабаб"ойошмаһы Сомали иленең көньяғында әмирлек урынлаштырыу өсөн көрөшә.