Карл Маркс
немец философы, иҡтисадсыһы һәм социологы, марксизмға нигеҙ һалыусы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Карл Маркс (нем. Karl Heinrich Marx; 5 май 1818 йыл — 14 март 1883 йыл) — философ, социолог, иҡтисадсы, яҙыусы, сәйәси журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Уның хеҙмәттәре нигеҙендә философияла диалектик һәм тарихи материализм, иҡтисадта — өҫтәмә хаҡ теорияһы, сәйәсәттә — синфи көрәш теорияһы[1] формалаша. Был йүнәлештәр коммунистик һәм социалистик хәрәкәттең иделогияһына әүерелә һәм «марксизм» атамаһы ала. «Коммунистар партияһы манифесы» (1848 йылда тәүге тапҡыр баҫылған), «Капитал» (1867 йылда тәүгегә баҫылған) әҫәрҙәре авторы. Ҡайһы бер хеҙмәттәре фекерҙәше Фридрих Энгельс менән берлектә яҙылған.
- Маркс бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: [[Маркс(мәғәнәләр)}}}]].
Карл Маркс | |
Karl Heinrich Marx | |
Тыуған көнө |
5 май 1818({{padleft:1818|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Трир, Пруссия |
Вафат көнө |
14 март 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (64 йәш) |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ғилми етәксеһе |
Бруно Бауэр |
Ниндәй өлкәлә танылған |
марксизмға нигеҙ һалыусы, өҫтәмә хаҡ теорияһы авторы |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |