Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы (ДСТ; нем. allgemeine Relativitätstheorie) — махсус сағыштырмалыҡ теорияһын (МСТ) үҫтереүсе геометрик тартылыу теорияһы, Альберт Эйнштейн тарафынан 1915—1916 йылдарҙа нәшер ителә[3][4]. Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһында, башҡа метрик теорияларҙағы кеүек үк, гравитация эффекттары арауыҡ-ваҡыт эсендәге есемдәрҙең һәм ҡырҙарҙың көс һалыуына түгел, ә арауыҡ-ваҡыттың үҙенең кәкрәйеүенә бәйлелеге постулат итеп алына. Был кәкрәйеү, атап әйткәндә, ундағы масса-энергия менән дә бәйләнгән[⇨]. Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһын башҡа метрик тартылыу теорияларынан шул айырып тора: Эйнштейн тигеҙләмәләре арауыҡ-ваҡыт кәкрелеген унда булған материя менән бәйләү өсөн файҙаланыла[⇨].
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1916 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | GR, GTR, ART, 一般相対論, OTW, ОТО, АТА, OTR, ART, ДСТ, OTR, VTR, STR, ОТР, OTR, VRT, ОТО, OTR һәм ЗТВ |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Альберт Эйнштейн[1][2] |
Етештереү урыны | Берлин |
Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы Викимилектә |
Әлеге осорҙа ДСТ — күҙәтеүҙәр менән нығытылған, Халыҡ-ара астрономия союзы[5] тарафынан һәм инженерлыҡ ҡушымталарында, мәҫәлән, спутник навигацияһы системаһында[6] ҡулланыла торған иң уңышлы гравитация теорияһы. Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһының беренсе уңышы Меркурий перигелийының аномаль прецессияһын аңлатыу менән бәйле[⇨]. Унан һуң, 1919 йылда, Артур Эддингтон Ҡояш тулылай тотолған мәлдә Ҡояш эргәһендә яҡтылыҡ тайпылыуы күҙәтелеүе тураһында белдерә. Был да дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы биргән фараздарҙы сифатлы һәм күләмле итеп дәлилләй[7][⇨]. Шул ваҡыттан алып башҡа бик күп күҙәтеүҙәр һәм эксперименттар теория тарафынан алдан әйтеп бирелгәндәрҙең күпселеген раҫлай, уларға, мәҫәлән, ваҡыттың гравитацион әкренәйеүе, гравитацион ҡыҙыл тайпылыш, гравитацион ҡырҙа сигнал тотҡарланыу, гравитацион нурланыш инә[8][⇨]. Бынан тыш күп һанлы күҙәтеүҙәр дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһының иң серле фараздарының береһе — ҡара упҡындар барлығын иҫбатлай тип ҡарала[9][⇨].
Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһының шаңҡытҡыс уңыш яулауына ҡарамаҫтан, ғилми берләшмәлә шик-шөбһәләргә лә урын ҡала. Был, беренсенән, уны квант теорияһының классик сигенә әүерелдереп булмауы[⇨], икенсенән, теорияның үҙенең үк уны ҡулланыуҙың сикле булыуына төртөп күрһәтеүе менән бәйләнгән[⇨]. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн альтернатив теориялар тәҡдим ителә. Уларҙың ҡайһылары шулай уҡ квант теорияһы булып тора. Ләкин һуңғы осор эксперименталь мәғлүмәттәр шуны раҫлай: ДСТ-нан тайпылыуҙар юҡ тиерлек, булһалар ҙа, улар бик бәләкәй.
Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһының әһәмиәте тартылыу теорияһы сиктәренән күпкә киң. Математикала махсус сағыштырмалыҡ теорияһы Гильберт арауығында Лоренц төркөмдәренең тәҡдимдәр теорияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе дәртләндерә[10], ә дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы Риман геометрияһында дөйөмләштереүҙәр буйынса тикшеренеүҙәргә һәм аффин бәйлелек мөхиттәре дифференциаль геометрияһы барлыҡҡа килеүгә, йәнә өҙлөкһөҙ Ли төркөмдәре тәҡдимдәре теорияһын эшләүгә этәргес бирә[11].
|