Ғағауздар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғағауздар (гаг. Gagauzlar) — Балҡан ярымутрауында тарихи формалашҡан төрки халыҡ. Ғағауздарҙың хәҙерге территорияһы башлыса Бессарабияла тупланған (көньяҡҡа Молдавияның көньяғы һәм Украинаның Одесса өлкәһе). Шулай уҡ ҙур булмаған һанда Болгария, Греция, Румыния һәм башҡа илдәрҙә йәшәй. Хәҙерге ғағауздарҙың дөйөм һаны — 250 мең кеше самаһы. Дине: — православие. Молдавия составында Ғағауз Автономиялы территориаль берәмек бар, баш ҡалаһы Комрат
Ҡыҫҡа факттар Туған тел, Дәүләт ...
Ғағауздар | |
гаг. Gagauzlar | |
Флаг | |
Туған тел | Ғағауз теле |
---|---|
Дәүләт |
Молдова Днестр буйы республикаһы Төркиә Греция Румыния Болгария Ҡаҙағстан Украина |
Административ-территориаль берәмек | Гагауз Ери, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Одесса өлкәһе, Тараклийский район[d], Кагульский район[d], Кишинёв һәм Мәскәү |
Урын | Южная Бессарабия[d][1] |
Халыҡ һаны |
126 010 кеше (2014)[2], 9272 кеше (2021)[3], 31 900 кеше (2001)[4] |
Ғағауздар Викимилектә |
Ябырға