Тимер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тиме́р — химик элементтарҙың периодик системаһында һигеҙенсе төркөмдөң өҫтәмә төркөмсә, дүртенсе периодындағы 26-сы химик элемент. Fe (лат. Ferrum) символы менән билдәләнә. Ер ҡабығында, алюминдан ҡалышып, иң таралған элемент. Тимерҙең ябай матдәһе (CAS-номеры: 7439-89-6) — еңел сүкелеүсән, аҡ төҫтәге, юғары реакцион мөмкинлеге булған металл. Тимер юғары температурала һәм юғары дымлылыҡта тиҙ коррозияға бирешә. Таҙа тимер янмай, ә ваҡ дисперсия хәлендә үҙенән-үҙе янып китеүсән.
| |||||
Ябай матдәнең тышҡы күренеше | |||||
---|---|---|---|---|---|
Атом үҙенсәлектәре | |||||
Исеме, символы, номеры |
Тимер / Железо / Ferrum (Fe), 26 | ||||
Атом массаһы (моляр массаһы) |
55,847(2)[1] а. м. б. (г/моль) | ||||
Электрон конфигурация |
[Ar] 3d6 4s2 | ||||
Атом радиусы |
126 пм | ||||
Химик үҙенсәлектәре | |||||
Ковалент радиус |
117 пм | ||||
Ион радиусы |
(+3e) 64 (+2e) 74 пм | ||||
Электроотиҫкәрелек |
1,83 (Полинг шкалаһы) | ||||
Электрод потенциалы |
Fe←Fe3+ −0,04 В | ||||
Окисланыу дәрәжәһе |
6, 3, 2, 0 | ||||
Ионлашыу энергияһы (первый электрон) |
759,1 (7,87) кДж/моль (эВ) | ||||
Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре | |||||
Тығыҙлыҡ (н. ш.) |
7,874 г/см³ | ||||
Иреү температураһы |
1812 K (1538,85 °C) | ||||
Ҡайнау температураһы |
3134 K | ||||
Иреү йылылығы |
247,1 кДж/кг 13,8 кДж/моль | ||||
Парға әйләнеү йылылығы |
~6088 кДж/кг ~340 кДж/моль | ||||
Моляр йылы һыйышлығы |
25,14[2] Дж/(K·моль) | ||||
Моляр күләм |
7,1 см³/моль | ||||
Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе | |||||
Рәшәткә структураһы |
куб дәүмәл-үҙәкле | ||||
Рәшәткә параметры |
2,866 Å | ||||
Дебай температураһы |
460 K | ||||
Башҡа характеристикалар | |||||
Йылы үткәреүсәнлек |
(300 K) 80,4 Вт/(м·К) |
26 | Тимер |
55,847 | |
3d64s2 |
Шулай уҡ тимер тип тимер иретмәләрен (0,8 %-ҡа тиклем ҡатнашма) әйтәләр. Ҡатнашмалар тимергә йомшаҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ бирәләр. Ғәмәлдә тимер менән углерод иремәһе: ҡорос (1,14 %-ҡа тиклем), суйын (2,14%-тан күберәк) һәм составында хром, марганец, никель булған тутыҡмай торған (легирланған) ҡорос ҡулланалар.
Барлыҡ үҙенсәлеге лә тимерҙе кешелек өсөн 1-се һанлы металл итә.
Тәбиғәттә тимер таҙа хәлдә тимер-никель метиоридтарында ғына осрай. Ер ҡабығында таралыуы буйынса — 4,65 % (4-се урын O, Si, Al-ҙан ҡалышып[3]). Ер төшөнөң ҙур өлөшө тимерҙән тора тип иҫәпләнә.