Химик элементтарҙың периодик системаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Химик элементарҙың периодик таблицаһы (Д. И. Менделеевтың периодик системаһы) — химик элементтарҙың үҙенсәлектәрен атом ядроһы заряды менән бәйле квалификациялау. Система, 1869 йылда урыҫ химигы Д. И. Менеделеев асҡан периодик закондың, график һүрәтләмәһе булып тора. Уның беренсе вариантын Д. И. Менделеев 1869—1871 йылдарҙа төҙөгән. Химик элементтарҙың атом ауырлығына (хәҙергесә: атом массаһына) бәйле химик үҙенсәлектәре уҙгәререүен һүрәтләгән таблица. Барлығы периодик таблицаның бер нисә йөҙ варианты тәҡдим ителгән[1]. Периодик система өсөн ике үлсәмле таблица ҡабул ителгән. Таблицаның бағаналары (группа) элементтың төп физик-химик үҙенсәлеген күрһәтә, ә таблицаның юлдары период үҙмә-эҙлеклеген (ҡабатланыуын) күрһәтә.
Тәүге вариантын Д.И.Менделеев 1869 йылда эшләй һәм 1871 йылда ғәҙәти график төргә килтерә. Ваҡытлы системаны (аналитик кәкре һыҙыҡтар, таблицалар, геом. фигуралар һ.б.) һүрәтләүҙең бер нисә йөҙ/1 варианты тәҡдим ителә. Хәҙерге вариантта элементтарҙы ике үлсәмле таблицаға берләштереү күҙаллана, унда һәр бағана (төркөм) төп физик-химик үҙенсәлектәрҙе билдәләй, ә юлдар билдәле бер кимәлдә бер-береһенә оҡшаған периодтарҙан ғибәрәт.