Карфаген (ҡала)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Карфаген (финик. Qart Hadasht, латин.Carthago, ғәр.}قرطاج&;, Картадж, фр. Carthage, грек. Καρχηδών) — хәҙерге Тунис дәүләте территорияһындағы, Тунис янындағы боронғо ҡала (музей).
Город | |
Картаж قرطاج | |
Ил | |
---|---|
Район |
Картаж |
Координаталар | |
Майҙаны |
180 км² |
Халҡы |
20 715 кеше |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1 |
Рәсми сайт | |
Картаж[1] — Карфаген музейы урынлашҡан ҡаланың хәҙерге исеме. Баш ҡаланың Тунис виләйәте составына инә. Хәҙерге ваҡытта бында президент резиденцияһы һәм Картаж Университеты урынлашҡан[2].
Hadasht Qart атамаһы (пуник яҙылышта һуҙынҡыһыҙ яҙыла Qrthdst) финик теленән «яңы ҡала» тип тәржемә ителә.
Үҙ тарихы дауамында Карфаген финикийлылар нигеҙ һалған Карфаген дәүләтенең баш ҡалаһы, Урта диңгеҙ державаларының иң ҙурҙарының береһе булған. Һуңынан Карфаген римлеләр тарафынан яулап алынған, яңынан төҙөкләндерелгән һәм Рим империяһының Африка провинцияһындағы иң мөһим ҡалаһы, ҙур мәҙәни, ә һуңынан иртә христиан сиркәү үҙәге булған. Һуңынан уны вандалдар баҫып алған һәм ул Вандал короллегенең баш ҡалаһы булған. Тик ғәрәптәр баҫҡынсылығынан һуң тағы ла бөлгөнлөккә төшкән.
1831 йылда Парижда Карфагенды өйрәнеү буйынса йәмғиәт асылған. 1874 йылда бында ҡаҙыныу эштәре француз Яҙыуҙар Академияһы етәкселегендә алып барылған. 1973 йылдан Карфагендағы тикшеренеүҙәр ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында үткәрелгән.