Дэниел Дэй-Льюис
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сэр Дэ́ниел Майкл Блэйк Дэй-Лью́ис (ингл. Daniel Michael Blake Day-Lewis, 29 апрель 1957 йыл, Лондон) — Бөйөк Британия актёры. Ир-ат роле өсөн өс тапҡыр «Оскар» премияһына лайыҡ булыусы[1] берҙән-бер актёр.
Дэниел Дэй-Льюис | |
Daniel Day-Lewis | |
| |
Исеме |
Дэниел Майкл Блэйк Дэй-Льюис |
---|---|
Тыуған көнө |
29 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (66 йәш) |
Тыуған урыны |
Гринвич, Лондон, Бөйөк Британия |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1971— хәҙергә тиклем |
Наградалары |
«Оскар» (1990, 2008, 2013) «Алтын глобус» (2008, 2013) BAFTA (1990, 2003, 2008, 2013) |
IMDb | |
Дэниел Дэй-Льюис Викимилектә | |
Джим Шеридан фильмдарында уйнаған ролдәре менән Дэй-Льюис донъяла дан ҡаҙана. Дэй-Льюис фильмографияһында 30-ға яҡын ғына роль булыуға ҡарамаҫтан, кинопрессала, уның исеме тарихтағы бөйөк актёрҙар араһында[2][3][4]. Ҡайһы бер осраҡта актёрлыҡ алымдары уның һаулығын ҡаҡшатыуға ҡарамаҫтан, сәмләнеп Станиславский системаһын хуп күрә, Дэй-Льюис кинопроекттарҙы ентекләп һайлай һәм ғәҙәттә йылына 3—5 фильмда ғына төшә[5].
«Оскар» менән баһаланған эштәре — «Минең һулаҡай аяҡ» (1989) драматик байопик һәм «Линкольн» (2012), шулай уҡ «Нефть» философик эпосы (2007) — Дэй-Льюистең актёрлыҡ һәләтенең юғары баҫҡысы[6]. 2003 йылда, быға тиклем АҠШ киноактёрҙары Гильдияһы һәм BAFTA[7]. премияларына лайыҡ булыуына ҡарамаҫтан, көтмәгәндә «Нью—Йорк шайкаһы» исемле тарихи таҫмалағы ролендә Америка киноакадемия бүләгенән 29 йәшлек Эдриен Броудиҙан ҡалыша.
Халыҡ араһына бик һирәк сыға, интервью биреүҙән баш тартып, ситләшеп йәшәй[8]. Time журналы 2013 йылда уны донъялағы йөҙ иң абруйлы кеше иҫәбенә индерә[9].