Internet Movie Database
From Wikipedia, the free encyclopedia
Internet Movie Database (IMDb, инглиз теленән тәржемәлә — «Интернет-база фильмдары») — донъяла иң ҙур кинематограф тураһында веб-сайт һәм мәғлүмәт базаһы. Базала (2017 йылдың декабренә ҡарата) 6,5 миллиондан ашыу кинофильмдар, телесериалдар һәм уларҙың айырым сериялары, шулай уҡ, 10,4 млн кино менән бәйле шәхестәр, — актерҙар, режиссерҙар, сценаристар һ. б тураһында мәғлүмәттәр йыйылған[1]
The Internet Movie Database | |
URL: | |
---|---|
Коммерция: |
эйе |
Сайт тибы: |
Фильмдар, телепрограммалар һәм компьютер уйындары тураһында мәғлүмәт базаһы |
Теркәлеү: |
мотлаҡ түгел |
Теле: | |
Милексе: |
Amazon.com |
Автор: |
Кол Нидхэм |
Эшләй башлаған: | |
Ағымдағы статус: |
Актив |
Internet Movie Database Викимилектә |
1998 йылдан IMDb мәғлүмәттәр базаһы менән Amazon.com компанияһы идара итә. IMDb-ғы мәғлүмәттәрҙең күбеһе ирекле рәүештә, IMDb.com сайты ирекле программа тәьмин итеү (Apache, Perl һ. б.) нигеҙендә эшләй.
IMDb төп үҙенсәлектәрҙең береһе, ул мәғлүмәттәр базаһын үҙгәртеүгә һәр Интернет файҙаланыусыһына рөхсәт ителә, бының өсөн тик сайтта теркәлеү һәм модерация үтеүе кәрәк буласаҡ.