Оскар (кинопремия)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Оскар — кинопремия, Американың Кинематография сәнғәте һәм фәндәре академияһы премияһы (инглизсә Academy Awards, Академия премияһы), 1940 йылдан «О́скар» тип танылған. Йола буйынса Лос-Анджелес ҡалаһының «Долби» исемле театрҙа тапшырыла. Тантана йыл һайын февраль аҙағы — март башында үтә. «Оскар» менән бүләкләү тантанаһы унарлаған илдә тура эфирҙа күрһәтелә.
«Оскар» | |
---|---|
Төп исеме | Academy Awards |
Ил | АҠШ |
Бүләкләү | кинофильмдәр төшөрөү сәнғәтендәге ҡаҙаныштар өсөн |
Ойоштороусы | Киноматография сәнғәте һәм фәне академияһы |
Нигеҙләнгән | 1929 |
Һуңғы бүләкләнеүсе | 2015 |
Сайт | oscars.org |
«MGM» студияһы хужаһы Луис Б. Майер тәҡдиме менән 1929 йылда булдырылған. Шул ваҡыттан бирле тапшырыу һәм тауыш биреү ҡағиҙәләре үҙгәреп торһа ла, «Оскар» медиа өлкәһендәге даими бирелгән һәм бөгөн дә ғәмәлдә булған донъялағы иң оло бүләк.
Еңеүселәрҙе һайлау ҡағиҙәләре һәр ваҡыт тәнҡитләнеп килде, Академия ағзалары коррупцияла ғәйепләнделәр. Шуға ҡарамаҫтан, Ер шарында «Оскар» кинопремияһы абруйын юғалтмай[1][2][3]. Америка кинокритигы Эмануил Леви шулай ти[4]: