Вивьен Ли
From Wikipedia, the free encyclopedia
Вивьен Ли, леди Оливье (ингл. Vivien Leigh; тыумыштан Вивиан Мэри Хартли (ингл. Vivian Mary Hartley); 5 ноябрь 1913 йыл — 7 июль 1967 йыл) — инглиз актрисаһы, Америка гүзәлдәре ролдәрен башҡарған өсөн ике «Оскар» премияһы алыусы: «Ел менән алып кителгәндәр»ҙә Скарлетт О’Хара (1939) һәм "«Теләк» трамвайы"нда Бланш Дюбуа (1951). Талантлы актриса йыш ҡына ире Лоренс Оливье менән бергә эшләй, ул ҡатыны ҡатнашҡан бер нисә фильмдың режиссёры була. Утыҙ йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә Ноэл Коуард һәм Бернард Шоу комедияларынан башлап классик Шекспир героинялары: Офелия, Клеопатра, Джульетта һәм леди Макбет ролдәренә тиклем башҡара.
Вивьен Ли | |
ингл. Vivien Leigh | |
| |
Исеме |
Вивиан Мэри Хартли |
---|---|
Тыуған көнө |
5 ноябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
7 июль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (53 йәш) |
Вафат урыны |
{{D<E|Лондон}}, Бөйөк Британия |
Һөнәре |
актриса |
Наградалары |
«Оскар» (1940,1952) «BAFTA» (1953) «Тони» (1963) |
IMDb | |
Вивьен Ли Викимилектә | |
Ҡайһы берҙә Лиға ғәҙәттән тыш матурлығы арҡаһында уны етди актриса итеп күрмәйҙәрҙер кеүек тойола, ләкин ролдәр алыуға күберәк уның насар һаулығы ҡамасаулай. Оҙаҡ йылдар маниакаль депрессия аҫтында булған Вивьен Ли бергә эшләү өсөн ауыр холоҡло тигән дан ала, шунлыҡтан карьераһында төшөнкөлөк осорҙары байтаҡ була. Артабан йыш ҡабатланған туберкулёз өйәнәктәре актрисаның сәләмәтлеген бөтөнләй ҡаҡшата. Был диагноз уға ҡырҡынсы йылдар уртаһына ҡуйыла. Вивьен менән Оливье 1960 йылда айырылыша, унан һуң Ли кинола бик һирәк төшә, туберкулёздан вафат булғанына тиклем театрҙа эшләй.
Хәҙерге заман кино белгестәре һәм тарихсылары уны тарихтағы бөйөк актрисаларҙың береһе тип атай. Лиҙың "«Теләк» трамвайы"ндағы эше актёрҙарҙың бөтөнләй башҡа кәүҙәләнеш алыу һәләте йәһәтенән бөтә замандар эсендәге иң ентекле эш тип ҡарала[1][2].