Болгария тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боронғо заманда Болгария территорияһында б. э. т. V быуатта Одрисск батшалығы төҙөгән фракиясылар йәшәгән, һәм был ерҙәр б. э. т. IV быуатта Македония державаһы составына ингән. Ә б. э. I быуатында Боронғо Рим хакимиәте аҫтында (Мёзия һәм Фракия провинциялары) торған. II быуаттан VI быуатҡа тиклем күп һанлы варвар ҡәбиләләренең һөжүменә дусар ителгән. 395 йылдан — Византия составында булған, VI—VII быуаттарҙа унда протоболғарҙар һәм славяндар йәшәгән. 681 йылда Аспарух хан баш ҡалаһы Плиска булған Беренсе Болгар батшалығына нигеҙ һала. 865 йыл тирәһендә кенәз Борис I христиан динен ҡабул иткән. Симеон I дәүерендә ил «алтын быуат»ында йәшәгән. 1018 йылда Болгария тағы ла Византия составына ингән. 1186 йылда болгар дәүләте — яңы баш ҡалаһы Тырново булған Икенсе Болгар батшалығы тергеҙелә. Иван Асень II (1218—1241 йй. идара иткән) Болгария яңы күтәрелеш кисерә. 1396 йылда уны төрөктәр баҫып ала. XVI быуатта болгар ерҙәрендә үҙәге София булған Румелия бейлербейлеге барлыҡҡа килгән. Ислам диненә күскән болгарҙар помактар тип аталған. Болгарҙар Константинополь сиркәүе юрисдикцияһына күсерелгәндән һуң дини хеҙмәттәр болгар телендә түгел, грек телендә үтәлә башлай.
XVIII быуат уртаһында болгарҙарҙың милли үҙаңы үҫеше башлай. Рус-төрөк һуғышы (1877—1878) һөҙөмтәһендә 1878 йылда автономиялы Болгар кенәзлеге барлыҡҡа килә. 1908 йылда үҙ аллы Болгар батшалығы иғлан ителә. Ике донъя һуғышында ла Германия яҡлы булған. 1944 йылда немец Кобургтар династияһы ҡыйратыла. Икенсе бөтөн донъя һуғышынан һуң Болгарияла социалистик режим урынлаштырыла, ил СЭВ-ҡа (1949) һәм Варшава килешеү ойошмаһына (1955) ҡушыла. 1989 йылда Т. Живковты идара итеүҙән бушатҡандан һуң илдә баҙар реформалары башлана.