Христианлыҡ
монотеистик дин / From Wikipedia, the free encyclopedia
Христиа́нлыҡ (грек. Χριστός — һүҙмә-һүҙ мәғәнәлә «миро йәки зәйтүн майы һөртөлгән», «ҡотҡарыусы») — Инжилдә (Новый Завет) яҙылған Иисус Христос (исламда Ғайса пәйғәмбәр) тормошо һәм тәғлимәттәренә нигеҙләнгән донъяла киң таралған ибраһими дин.[3] Назареттан Иисус кешелекте ҡотҡарыусы булыуына христиандар ышана.[4] Иисус Христостың тарихи шәхес булыуына христиандарҙың шиге юҡ.
Христианлыҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 33 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Христос[d], Ғайса һәм Назарет[d] |
Нигеҙләүсе | Ғайса, Мәрйәм Инә[d], Апостол Павел һәм Апостол Пётр[d] |
Урын | бөтә донъяла[d] |
Ағзалар һаны | 2 400 000 000[1] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Иерусалим |
Нигеҙендәге текст | Библия һәм Яңы Ғәһед[d] |
Һештег | christianity |
Бүленеп сыҡҡан | Йәһүҙилек |
Вики-проект | Проект:Христианлыҡ[d] |
Mastodon серверының URL | theres.life[2] |
Христианлыҡ Викимилектә |
Христианлыҡ — 2,1 млрд тарафдары булыуы менән дә, географик таралышы буйынса ла донъяла иң таралған дин; донъяның һәр илендә бер генә булһа ла христиан общинаһы бар.[5]
I быуатта Рим империяһы власы аҫтында булған Фәләстиндә Ике йылға араһында йәшәгән арамей телле халыҡтар араһында барлыҡҡа килә; беренсе ун йыллыҡта уҡ башҡа этник төркөмдәр араһында тарала.[6].
Христос тыуғандан һуң 150 йылда батшалары яңы динде ҡабул иткән беренсе дәүләт Осроена дәүләте була, баш ҡалаһы Эдуссе. Христианлыҡты беренсе булып рәсми рәүештә ҡабул иткән дәүләт Әрмәнстан була, 301 йылда батша Трдат III христианлыҡты «Әрмәнстандың берҙән- бер рәсми дине» тип ҡабул итә.[7][8][9][10][11][11] Император Константин I хакимлеге ваҡытында, н 313 йылдан һуң Рим империяһында дәүләт дине статусын ала[12].