Һинд океаны
ҙурлығы буйынса Ер йөҙөндә өсөнсө океан / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һинд океа́ны — Ер йөҙөндәге океандар араһында ҙурлығы буйынса өсөнсө урында тора. Һыу өҫтөн ҡаплау даирәһе 20 % тирәһе. Уның майҙаны 76,17 миллион км², күләме — 282,65 миллион км³[2]. Океандағы иң тәрән урын Зонд һыулығында иҫәпләнә (7729[3][4]).
Ҡыҫҡа факттар Һинд океаны, Майҙаны ...
Һинд океаны | |
---|---|
Майҙаны | 76,174 млн[1] км² |
Күләме | 282 650 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 7729 м |
Уртаса тәрәнлек | 3711 м |
Һинд океаны Викимилектә |
Ябырға
Төньяҡта — Азияның, көнбайышта — Африканың, көнсығышта — Австралияның, көньяҡта Антарктиданың ярын йыуа. Атлантик океан менән сиге 20° меридиана буйылап көнсығыш оҙонлоҡта һуҙыла. Тымыҡ океан менән 146°55’ меридианаһында көнсығыш оҙонлоҡта, Иң төньяҡ нөктәһе төньяҡ киңлектең 30° урынлашҡан. Ул Фарсы ҡултығында. Киңлеге яҡынса Австралия менән Африка араһында 10 000 км. Майҙаны буйынса ҡитғаларҙың барыһынан да ҙур.