Ҡулса (математика)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:About Ҡулса (шулай уҡ ассоциатив ҡулса) дөйөм алгебрала — үҙсәнлектәре буйынса һандар өҫтөндәге ярашлы операцияларға оҡшаш әйләндерелмәле ҡушыу операцияһы һәм ҡабатлау операцияһы бирелгән алгебраикя структура. Ҡулсаларҙың иң ябай миҫалдары булып һандар йыйылмалары (бөтөн, ысын, комплекслы), бирелгән күмәклектә билдәләнгән һанлы функциялар йыйылмалары торалар. Бөтә осраҡтарҙа ла һандар йыйылмаһына оҡшаш күмәклектәр бар, уларҙың элементтарын ҡушырға һәм ҡабатларға мөмкин, шуның менән бергә был операциялар үҙҙәрен тәбиғи рәүештә тоталар[1].
Ҡушыу һәм ҡабатлау операцияларының дөйөм үҙсәнлектәрен, уларҙың операциялар башҡарылған элементтарҙың тәбиғәтенә ҡағылышһыҙ үҙ-ара эске бәйләнешен өйрәнеү өсөн ҡулса төшөнсәһе индерелә лә инде[2].
Ҡулсалар ҡулсалар теорияһының — дөйөм алгебраның ҙур бүлегенең төп өйрәнеү объекты булып торалар, унда алгебраик геометрияла, һандарҙың алгебраик теорияһында, алгебраик -теорияла, инварианттар теорияһында киң ҡулланыу тапҡан инструменталь саралар эшләнгән.