Яңы йыл
иҫке йылдың һүңғы көнөнән яңы йылдың беренсе көнөнә күсеү ваҡытын билдәләгән байрам / From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы йыл — иҫке йылдың һүңғы көнөнән яңы йылдың беренсе көнөнә күсеү ваҡытын билдәләгән байрам. Был байрамды күп халыҡтар үҙҙәрендә ҡабул ителгән календарь буйынса үткәрә. Яңы йыл байрамын билдәләү йолаһы б.э.т. III меңйыллыҡта уҡ Месопотамияла барлыҡҡа килгән. Б.э.т. 46 йылда Рим императоры Юлий Цезарь Яңы йылды ҡаршы алыу датаһын 1 ғинуарға күсерә. Римлеләр был айҙы бөтә башланғыстарҙың аллаһы Янусҡа бағышлай. Айҙың исеме шунан килеп сыға.