Фин-уғыр мифологияһы
беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡтарға, барып тоташҡан фин-уғыр халыҡтарының уртаҡ мифологик күҙаллауҙары / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фин-уғыр мифологияһы — уларҙың уртаҡлығы дәүеренә, беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡтарға, барып тоташҡан фин-уғыр халыҡтарының уртаҡ мифологик күҙаллауҙары.[1]
Донъяны, тәү сиратта ерҙе барлыҡҡа килтереү тураһындағы дөйөм мотивтар һәм мифтар, аллаларҙың дөйөм исемдәре ҡасандыр берҙәм фин-уғыр мифологияһы булыуы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, Балтик буйы һәм Волга буйы финдарында һәм Урал аръяғы уғырҙарында Тыуҙырыусы алла бойороуы буйынса Донъя оеканы төбөнә сумып Ергә етеүсе һыу ҡошо тураһында мифтар һаҡланған. Ысынбарлыҡты барлыҡҡа килтереүсе Донъя йомортҡаһын һалған ҡош (саамдарҙа, карелдарҙа һәм башҡа Балтик буйы финдарында, комиҙарҙа) тураһында мифтар һирәгерәк осрай. Ҡаялар, изге сауҡалыҡтар — урмандарҙа йәшәүсе фин-уғырҙарҙың төп ғибәҙәтханалары була[2].