Сәмәрҡәнд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәмәрҡәнд (үзб. Samarqand; согд. Smʼrknδh) — халҡының иҫәбе һәм ҙурлығы буйынса Үзбәкстандағы икенсе ҡала, Сәмәрҡәнд виләйәтенең (өлкә) административ үҙәге.
Ҡала | |||
Сәмәрҡәнд үзб. Samarqand | |||
| |||
Ил |
Узбәкстан | ||
---|---|---|---|
Өлкә |
Сәмәрҡәнд | ||
Координаталар | |||
Хоким |
Фуркат Рахимов | ||
Нигеҙләнгән |
б.э.т. 742 йыл | ||
Элекке исеме |
Мараканд, Согдиан | ||
Майҙаны | |||
Бейеклеге |
702 м | ||
Климат тибы |
субтропик эске континенталь | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы | |||
Тығыҙлығы |
4204 кеше/км² | ||
Агломерация |
▲ около 1 000 000 | ||
Милли состав |
үзбәктәр, тажиктар, урыҫтар, Урта Азия ирандары һәм башҡалар | ||
Конфессиональ составы |
башлыса мосолман-сунниттар, шулай уҡ христиадар һәм башҡалар | ||
Этнохороним |
Сәмәрҡәнд, сәмәрҡәндтәр | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5 | ||
Телефон коды |
+998 66 | ||
Почта индексы |
140100[2] | ||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
14 (старого образца 1998—2008) | ||
Рәсми сайт |
samshahar.uz | ||
Награды | |||
День города | |||
Территорияның дөйөм майҙаны 120 кв.м. тәшкил итә. 2016 йылдың 1 ғинуарына халҡының иҫәбе 519,6 мең була. Ҡала диңгеҙ кимәленән 702 метр бейеклектә урынлашҡан. Үзбәкстандың тарихи үҙәге — Регистан майҙаны һәм ансамбле. 2001 йылда ҡала, уның архитектура һәм археологик ҡомартҡылары «Сәмәрҡәнд — мәҙәниәт саты» исеме менән Үзбәкстанда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына ингән объекттар исемлегенә индерелә. Сәмәрҡәнд — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе.[4][5]. Уға (беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта), 742 йылда нигеҙ һалынған. Согдиан өлкәһенең һәм дәүләтенең тарихи үҙәге.
Ике мең йылдан ашыу ҡала Ҡытай һәм Европа араһындағы Бөйөк ебәк юлында мөһим пункт булып тора. Шулай уҡ ул урта быуат Көнсығыштың мөһим фән үҙәге лә. 875—999 йылдарҙа Сәмәрҡәнд Сәмәниҙәр дәүләтенең эре сәйәси һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булып та һанала. 875 йылдан 892 йылға тиклем Сәмәрҡәнд был дәүләттең баш ҡалаһы була. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер империяһының һәм Тимериҙәр династияһының баш ҡалаһы. 1925—1930 йылдарҙа Сәмәрҡәндә Үзбәк ССР-ың баш ҡалаһына әйләнә.