Симфония
From Wikipedia, the free encyclopedia
Симфо́ния (грек. συμφωνία — оҡшаш яңғыраш (созвучие) — оркестр өсөн яҙылып, бер-береһенән музыкаһы һәм темпы менән айырылып торған 3-4 өлөшлө ҙур музыкаль әҫәр; оркестр өсөн яҙылған ҙур күләмле музыкаль әҫәр.
Симфония | |
Нигеҙләү датаһы | XVI быуат |
---|---|
Вики-проект | Проект:Классическая музыка[d] |
Симфония Викимилектә |
Ҡағиҙә булараҡ, симфониялар ҡатнаш композициялы (симфоник) ҙур оркестр өсөн яҙыла, шулай уҡ ҡыл, камера, тынлы һәм башҡа оркестрҙар өсөн симфониялар ҙа бар; симфонияға хор һәм яңғыҙ вокаль тауыштар индерелеүе ихтимал. Жанрҙың симфоник концерт (яңғыҙ музыка ҡораллы оркестр өсөн) һәм концерт симфонияһы (икенән туғыҙға тиклем яңғыҙ музыка ҡоралы) кеүек төрҙәре бар, улар структураһы буйынса концертҡа яҡын. Симфония башҡа музыкаль жанрҙар менән берләшә ала, улар симфоник сюита, симфоник фантазия, симфоник поэма, симфоник кантата кеүек гибрид жанрҙар барлыҡҡа килтерә[1]. Әҙәбиәттә драма йәки роман ниндәй урын биләһә, академик музыкала шундай уҡ урынды симфония биләй[1]. Ул быға тиклем билдәле булмаған оркестр составына һәм инструменталь музыканың иң мөһим өлкәһенә — уның «симфоник музыка» төшөнсәһе менән берләштерелгән формалары һәм жанрҙарының киң спектрына яңы исем бирә [2].