Роман
From Wikipedia, the free encyclopedia
Роман — урта быуаттарҙа роман халыҡтарында телдән һөйләнгән хикәйә булараҡ барлыҡҡа килеп, бөгөн эпик әҙәбиәттең иң киң таралған төрөнә әүерелгән һәм күп осраҡта прозаик формалағы әҙәби жанр. Романда кешенең тулҡынландырғыс хис-тойғолар (тәү сиратта мөхәббәт), көрәш, ижтимағи ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы тормошо һәм идеалға ынтылышы һүрәтләнә. Төп герой (геройҙар) ҡәҙимге булмаған шарттарҙа, йәғни көрсөк осоронда шәхес булараҡ үҫеше һәм тормошо хаҡында киңәйтелеп һөйләнелгәнгә күрә, роман повестан күләме, йөкмәткеһенең ҡатмарлығы һәм һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың киң алымы менән айырыла[2].
Роман | |
Кана әлифбаһында исеме | ちょうへんしょうせつ |
---|---|
Һештег | novels[1] |
Категория-эпоним | Категория:Категории романов[d] |
Роман Викимилектә |
Урта быуаттарҙа рыцарҙар (король Артур, Тристан һәм Изольда, Ланселот, Амадис Гальский) тормошо тураһында романдар танылыу яулай. Улар артынса әҙәбиәттең был йәш жанрына реализм һулышы өҫтәүсе әҫәрҙәр — баҫҡынсылар һәм алдаҡсылар хаҡында романдар тыуа. Сервантес һәм Франсуа Рабле романдарға сатирик элементтар индерә. Англияла өгөт-нәсихәтле һәм сентименталь романдарға нигеҙ һалына (Даниель Дефо, Сэмюэл Ричардсон, Генри Филдинг, Оливер Голдсмит); тәүге башлап шулай уҡ унда тарихи (Вальтер Скотт), психологик һәм әхлаҡи романдар (Чарльз Диккенс һәм Уильям Теккерей) киң үҫеш ала. Франция натуралистик һәм реаль романдарҙың (Оноре де Бальзак, Гюстав Флобер, Эмиль Золя, ағале-энеле Гонкурҙар, Ги де Мопассан) тыуған ере булып таныла. Франция идеалистик, романтик һәм психологик романдар мәктәптәренең сағыу вәкилдәрен (Жорж Санд, Виктор Гюго, Поль Бурже һ.б.) бирҙе. Немец һәм итальян романдары инглиз һәм француз өлгөләренә эйәрә. XIX быуаттың икенсе яртыһында һәм XX быуат башында Европа әҙәбиәтенә Скандинавия (Бьернсон, Ионас Ли, Александр Хьелланн, Август Стриндберг) һәм урыҫ (Достоевский, Лев Толстой) романдары айырыуса ныҡ йоғонто яһай[2].