Портал:Салауат районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
үҙгәртергә
Салауат районы![]() ![]() Салауат районы (рус. Салаватский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1943 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км². Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 64 ауыл бар, шуларҙың иң күп халыҡ йәшәгәндәре: Малаяҙ (3,8 мең), Мөрсәлим (2,4 мең — 1989 йыл), Арҡауыл (1,3 мең), Лаҡлы (1,2 мең). Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә. Төп мәҡәлә: Салауат районы
үҙгәртергә
Һайланған мәҡәләСалауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған. 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була. Төп мәҡәлә: Салауат Юлаев
үҙгәртергә
Бөгөнгө рәсемүҙгәртергә
Салауат районы ауылдары
Малаяҙ (рус. Малояз), элекке исемдәре Ҡаратаулы, Иҫке Ҡаратаулы — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4914 кеше. Ауыл Йүрүҙән буйында урынлашҡан. 16 саҡрым алыҫлыҡта Янғантау шифаханаһы бар. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247853001. Төп мәҡәлә: Малаяҙ
үҙгәртергә
Салауат районы географияһыРайондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яҫы таулығы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 метр булған Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән. Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит ятҡылығы (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, Яҙғыйорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров). Ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) 600 га майҙанды биләй. Климаты уртаса һалҡынса, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы. Еңелсә көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупрағы таралған. Урмандар майҙаны 63,9 мең га (район биләмәһенең 31,6 проценты), үҙағастың дөйөм запасы 9 млн м3 самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 млн м3). Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар — 14,3 мең га тәшкил итә. үҙгәртергә
Салауат районы иҡтисадыРайон малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуын һауыттарға тултырыусы «Полипресс-Ҡорғаҙаҡ» заводы, урман хужалығы предприятиелары һ.б. эшләй. «Янғантау» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1937 йылда асылған. Өфө ҡалаһынан 220 саҡрым алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярындағы «Янғантау» исемле тауҙа урынлашҡан. Район бюджетын тулыландырыусы төп сығанаҡ булып тора. Төп мәҡәлә: Янғантау шифаханаһы
үҙгәртергә
Зарур мәҡәләләрШәхестәрШәхестәр исемлеге
Предприятие, ойошма һәм учреждениеларПредприятие, ойошма һәм учреждениела
үҙгәртергә
Салауат районында тыуған шәхестәр
үҙгәртергә
Салауат районынан 112-се Башкавдивизия яугирҙары
үҙгәртергә
ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары
үҙгәртергә
Салауат районының почетлы граждандары
үҙгәртергә
Афған, Чечен һуғышында һәләк булғандар
үҙгәртергә
Салауат районы етәкселәре
үҙгәртергә
Категорияларүҙгәртергә
Бәләһегеҙме…Портал:Салауат районы/Беләһегеҙме Архив
үҙгәртергә
Яңы мәҡәләләрүҙгәртергә
Проекттарүҙгәртергә
Портал мөхәррирҙәреүҙгәртергә
Яңы башлаусыларға ярҙамүҙгәртергә
Нисек ярҙам итергә
|
- ["Они вернулись с Победой" справочное издание по Салаватскому району, год издания - 1988]