Портал:Нуриман районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
үҙгәртергә
Нуриман районыНуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята. Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең). Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.
Төп мәҡәлә: Нуриман районы
үҙгәртергә
Һайланған мәҡәләПортал:Нуриман районы/Һайланған мәҡәлә үҙгәртергә
Бөгөнгө рәсемүҙгәртергә
Нуриман районы ауылдары
Иҫке Күл (рус. Старокулево) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 721 кеше[1]. Почта индексы — 452435, ОКАТО коды — 80245855001. үҙгәртергә
Нуриман районы географияһыТерриторияһы төньяҡлап — Өфө яйлаһында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә. Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған. үҙгәртергә
Нуриман районы иҡтисадыНуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһы), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй. 44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән. үҙгәртергә
Зарур мәҡәләләр
үҙгәртергә
Нуриман районында тыуған шәхестәрҒәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (6 сентябрь 1937 йыл) — ғалим-профпатолог, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы. Нуриман районының почётлы гражданы. Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы Ғәйнуллина 1937 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Яңы Күл ауылында тыуған. Нуриман районы шәхестәре үҙгәртергә
Нуриман районының почетлы граждандары
үҙгәртергә
Афған, Чечен һуғышында һәләк булғандарПортал:Нуриман районы/Афған, Чечен һуғышында һәләк булғандар үҙгәртергә
Нуриман районы етәкселәреПортал:Нуриман районы/Нуриман районы етәкселәре үҙгәртергә
Категорияларүҙгәртергә
Беләһегеҙме…Портал:Нуриман районы/Беләһегеҙме Архив
үҙгәртергә
Яңы мәҡәләләрПортал:Нуриман районы/Яңы мәҡәләләр үҙгәртергә
Проекттарүҙгәртергә
Портал мөхәррирҙәреүҙгәртергә
Яңы башлаусыларға ярҙамүҙгәртергә
Нисек ярҙам итергә
|