Паралимпия уйындары
мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары / From Wikipedia, the free encyclopedia
Паралимпия уйындары (параолимпия уйындары)[1] — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары. Традиция буйынса ул Олимпия уйындарынан һуң ткәрелә. 1988 йылда уҙғарылған йәйге паралимпия уйындарынан алып олимпия үткәрелгән объекттарҙа уҙғарыла. 2001 йылда бөтә донъя олимпиада комитеты — БДОК һәм Халыҡ-ара паралимпия уйындары -ХПУ тарафынан килешеү менән нығытылған. Йәйге олимпиадалар йәйгеләре менән 1960 йылдан алып, ҡышҡы олимпиадалар ҡышҡылары менән бер-бер артлы 1976 йылдан алып уҙғарыла.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашҡан спорт төрҙәрен булдырыу инглиз нейрохирургы Людвиг Гуттман менән бәйле. Ул умыртҡа һөйәге менән ауырыусылар, физик һәләттәре булмағандар өсөн быуаттар буйына һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы аша атлап, уларҙы реабилитациялау маҡсатында спорт төрҙәре индерә. Ул был тәжрибәһе менән физик яҡтан кәмселектәре булғандар өсөн уңышлы йәшәйешкә шарттар тыуҙыра, һәм спорт сәләмәтлек өсөн икәнен иҫбатлай. Спорт сәләмәтлекте генә нығытып ҡына ҡалмай, физик кәмселектәрҙе тергеҙә, писхикаһын нығыта, ғәриптәр арбалары менән хәрәкәтләнеүгә физик көс өҫтәй, тулы сифатлы йәшәйешкә алып ҡайта.