Нигерия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нигерия Федератив Республикаһы — Африкалағы дәүләт. Нигерия Көнбайыш Африкала урынлашҡан һәм Бенин, Нигер, Чад һәм Камерун менән сиктәш. Илдең көньяғында Гвинея ҡултығы урынлашҡан, ярҙары Атлантик океан менән йыуыла. Нигерияла 500-ҙән ашыу тел бар. Күп һанлы халыҡтар: хауса, йоруба, игбо һ. б.
| |||||
Девиз: «"Unity and Faith, Peace and Progress"
«Берҙәмлек һәм ышаныс, Тыныслыҡ һәм прогресс»» | |||||
Гимн: «Arise O Compatriots, Nigeria’s Call Obey»noicon | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1 октябрь 1960 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | Инглиз | ||||
Баш ҡала | Абуджа | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы, федерация | ||||
Президент
Вице-президент | Мохаммаду Бухари
Йеми Осинбаджо | ||||
Дәүләт дине | Нигерияның 12 штатында шәриәт законы хөкөм һөрә. | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 32 923 768 км² 1,4 | ||||
Халыҡ • Һаны (2019) • Халыҡ тығыҙлығы | 200 000 000[1] чел. (7) 167 чел./км² | ||||
ИЧР | ▼ 0.511 (158 урын) | ||||
Валюта | найра (₦) (NGN) | ||||
Интернет-домен | .ng | ||||
Код ISO | NG | ||||
МОК коды | NGR | ||||
Телефон коды | +234 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 |
Нигерия 1960 йылда Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала. Бер нисә йыл үткәндән һуң илдә граждандар һуғышы башлана. Биафра дәүләтен тергеҙеү граждандар һуғышына сәбәпсе була. Нигерияға сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хас.
Нигерия дини мәҙәниәт буйынса ике өлөшкә: мосолман төньяғына һәм христианлыҡ көньяғына бүленә. Урындағы дини ышаныуҙарҙы аралаш ҡулланылар.
Нигерияны Африканың гиганты тип атайҙар, был исем илдә күп һанлы халыҡ йәшәгәнлектән һәм сәнәғәт күләме буйынса бирелгән.
Нигерия территорияһының майҙаны 923 768 км² тәшкил итә: был күрһәткес буйынса ул төбәктә 3-сө урында, Африкала 14-се урында һәм донъяла 31-се урында. Халҡы һаны буйынса бөтә Африка илдәрен уҙып китә: мәғлүмәттәр буйынса 2020 йылға донъяла етенсе булып, халыҡ һаны 210 млн кеше тәшкил итә. Баш ҡалаһы — Абуджа, шулай уҡ ил составына Африканың иң ҙур ҡалаһы Лагос та инә (1991 йылдың 12 декабренә тиклем баш ҡала булған).
Федератив дәүләт, президент республикаһы. 2019 йылдың 23 февралендә уҙған сираттағы президент һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса Мөхәммәт Бохари дәүләт башлығы итеп яңынан һайлана: уның икенсе президент срогы 2019 йылдың 29 майында үтә. Киләһе 4 йылға вице-президент вазифаһын йәнә Йеми Осинбаджо ала.
Был дәүләткә 36 штат һәм федераль баш ҡала округы керә, улар, үҙ сиратында, урындағы идараның 774 территорияһына бүленә.
Нигеҙҙә нефть һәм башҡа тәбиғи ресурстарының ҙур булған запасы булған аграр ил, нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы ағзаһы. 2019 йылға һатып алыу паритеты һәләте буйынса эске тулайым продукт 1,169 триллион доллар тәшкил итә (Африкала 1-се урында, донъяла 24-се урын), йән башына — 5,967 доллар (донъяла 13-се урында). Аҡса берәмеге — Нигерия найраһы.
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1960 йылдың 1 октябрендә иғлан ителә. 1912—1960 йылдарҙа Бөйөк Британияның колонияһы була. Элегерәк ике өлөшкә —1900 йылдың 1 ғинуарында ойошторолған Төньяҡ һәм Көньяҡ Нигерияға бүленгән була.